Шишмә районында янғында өс ир һәләк булған. Был хаҡта ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итә. Мәйеттәр бөгөн Түбәнге Тирмә ауылында бүрәнә йортто һүндергәндә табылған. Һәләк булғандарҙың кем икәнлектәре һәм янғындың сәбәптәре әле асыҡлана. Ут менән һаҡ булығыҙ!