Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Берүк алданмағыҙ!

Иҫ-аҡылың китерлек, был хаҡта күпме тапҡыр иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, һуңғы тәүлектә 20-нән ашыу кеше насар юл менән аҡса эшләүселәргә һаҡлыҡтағы аҡсаларын күсергән. Күп осраҡта яман уйлылар дәүләт органдары хеҙмәткәре тип үҙҙәрен таныштырған. Мәҫәлән, 28 йәшлек Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ үҙенең етәксеһенән смс хәбәр алған, асылда, етәксеһе бер нимә лә яҙмаған. Имеш, "компаниялағы бер хеҙмәткәр мошенниктарға уның йәғни ошо ҡыҙ тураһында шәхси белешмәне биргән, хәҙер иһә аҡсаны урламаһындар өсөн бер кеше менән бәйләнешкә инергә кәрәк" тип яҙған. Артабан уға дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәткәре булып йәнә смс яҙғандар. "Тәфтишсегә йәки Росфинмониторинг хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итегеҙ, юғиһә һеҙҙең һаҡлыҡта ятҡан 300 мең һумды урлаясаҡтар", тип кәңәш биргәндәр. Һүҙ ҙә юҡ, был ҡыҙ, тегеләрҙең ҡушҡанын үтәгән. Ҡыҫҡаһы, ул банкка барып, унан алған 70 мең һум аҡсаны мошенниктарға күсергән. Улай ғына ла түгел, бер нисә урындан микрозайм юллаған, хатта таныштарынан бурысҡа аҡса алып торған... Йыйып әйткәндә, ул аферистарға бер миллион 200 мең аҡса күсергән. Ошоға оҡшаш аяныслы хәл 39 йәшлек ҡатын менән дә булған. Ул иһә яман уйлы әҙәмдәргә ышанып, туғыҙ миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, бер ниндәй ҙә провокацияға бирелергә кәрәкмәй, үҙең тураһында шәхси белешмәне берәүгә лә бирмәҫкә, сит кешеләргә аҡса күсерергә ярамай. Фото: culture.ru