Найти в Дзене

Грант конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Рәсәйҙә Мәҙәни башланғыстарҙың президент фондына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү 6 февралгә тиклем дауам итә. Быйылдан ижади проекттар авторҙары 12 номинация буйынса ғариза бирә ала: “Рәсәй яҙмышы менән берҙәмлек”, “Беҙ бергә!”, “Ватан һағында”, “Күп милләтле халыҡ”, “Әхлаҡи йүнәлештәр”, “Ныҡлы ғаилә”, “Беҙҙең көсөбөҙ хаҡлыҡта”, “Йәш лидерҙар”, “Мәҙәни код” һәм башҡалар. Конкурста яңылыҡтар ҙа бар. Махсус бүлектә бирелгән ғаризаның 17 ғәҙәти ҡиммәттең ҡайһыһына тура килеүен билдәләргә: тормош, кеше хоҡуҡтары һәм азатлыҡ, Ватанға хеҙмәт итеү һәм башҡалар. Ижади проект авторҙары ғаризаға электрон ҡултамға ла ҡуя ала. - Ижади проект авторҙары менән эшебеҙҙе даими камиллаштырабыҙ. Белем биреү эшен дә алып барабыҙ. Декабрь аҙағында Мәҙәни башланғыстарҙың президент фондының чат-боты эшләй башланы. Ул ғариза тултырыуға ҡағылышлы төрлө һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә. Конкурста быйыл яңылыҡтар ҙа бар, - тине Мәҙәни башланғыстарҙың президент фондының генераль директоры Роман Карманов. Фонд 14

Рәсәйҙә Мәҙәни башланғыстарҙың президент фондына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү 6 февралгә тиклем дауам итә. Быйылдан ижади проекттар авторҙары 12 номинация буйынса ғариза бирә ала: “Рәсәй яҙмышы менән берҙәмлек”, “Беҙ бергә!”, “Ватан һағында”, “Күп милләтле халыҡ”, “Әхлаҡи йүнәлештәр”, “Ныҡлы ғаилә”, “Беҙҙең көсөбөҙ хаҡлыҡта”, “Йәш лидерҙар”, “Мәҙәни код” һәм башҡалар. Конкурста яңылыҡтар ҙа бар. Махсус бүлектә бирелгән ғаризаның 17 ғәҙәти ҡиммәттең ҡайһыһына тура килеүен билдәләргә: тормош, кеше хоҡуҡтары һәм азатлыҡ, Ватанға хеҙмәт итеү һәм башҡалар. Ижади проект авторҙары ғаризаға электрон ҡултамға ла ҡуя ала. - Ижади проект авторҙары менән эшебеҙҙе даими камиллаштырабыҙ. Белем биреү эшен дә алып барабыҙ. Декабрь аҙағында Мәҙәни башланғыстарҙың президент фондының чат-боты эшләй башланы. Ул ғариза тултырыуға ҡағылышлы төрлө һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә. Конкурста быйыл яңылыҡтар ҙа бар, - тине Мәҙәни башланғыстарҙың президент фондының генераль директоры Роман Карманов. Фонд 14-се тапҡыр был конкурсты уҙғара. 3,5 йыл эшләү дәүерендә 13 конкурстың һөҙөмтәләре барланды. Фондҡа 85 меңдән ашыу ғариза килгән, 9407 проект грант ярҙамын алған. Ярҙам алған проекттар Рәсәйҙең барлыҡ 89 төбәгендә тормошҡа ашырыла. - Мәҙәни башланғыстарҙың президент фонды барлыҡҡа килеү менән илдең ижади командалары мәҙәниәт өлкәһендә үҙҙәренең проекттарын финанслау мөмкинлеген аңланы. Бәләкәй ҡалаларҙан коллективтарҙың, музыканттарҙың, үҙэшмәкәр театрҙарҙың өмөтө барлыҡҡа килде, - тине Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иван Рудин. Фото: “Ватандаш” журналы сайтынан.