Бөгөн Төркиәлә милли матәм көнө тип иғлан ителгән. Төркиә Президенты Реджеп Эрдоган хөкүмәт биналарында һәм сит илдәрҙәге дипломатик вәкиллектәрҙә бөтә флагтарҙы төшөрөргә ҡушты. Төркиәнең Болу провинцияһындағы Ҡарталҡая тау саңғыһы курортындағы популяр “Grand Kartal” ҡунаҡханаһы янғыны, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 76 кешенең ғүмерен өҙгән. Тағы ла 50-гә яҡын кеше зыян күрә. Төркиәнең эске эштәр министры Али Ерликая фажиғә осрағы буйынса тикшереү эше башланыуы тураһында белдерҙе. Юстиция министрлығы башлығы Йылмаз Тунч хәбәр итеүенсә, туғыҙ кеше, шул иҫәптән ҡунаҡхана хужаһы ҡулға алынған. Ҡунаҡхана Төркиәлә ҡышҡы туризмдың иң билдәле урындарының береһе булған Ҡарталҡаяла урынлашҡан. “Grand Kartal” ҡунаҡханаһына тиклем Истанбулдан – өс сәғәтлек, Анкаранан ике сәғәтлек юл үтергә кәрәк. Болу тауҙары Истанбул һәм Төркиәнең баш ҡалаһы Анкара саңғысылары араһында популяр. Ике аҙналыҡ мәктәп каникулы башында ҡунаҡхана ҙур көсөргәнештә эшләй. Янғын Болулағы 12 ҡатлы ағастан булған “Grand Karta