Шәһит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейында Польшала йәшәгән милләтәшебеҙ, билдәле рәссам-иллюстратор Азат Ҡужин менән осрашыу үтте. Унда ҡул оҫталары, рәссамдар, журналистар ҡатнашты. Тамырҙары менән бәрәкәтле Ейәнсураға, таланттарға бай Ғафуриға барып тоташҡан донъяға таныулы арҙаҡлы шәхесебеҙҙе “Төньяҡ амуры” тип тә йөрөтәләр. Өфөлә тыуып үҫкән уҙаман башҡорт мәҙәниәтен, тарихын алыҫ Европа илдәрендә танытыу, таратыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. “1-се Башҡорт атлы полкы – Любизар – Төньяҡ амурҙары” исемле хәрби-тарихи клуб һәм команда төҙөп, бер төркөм башҡорт рухлы уҙамандары менән Рәсәй армияһының 1812 йылдағы Ватан һуғышындағы ҡаһармандарҙы, төрлө тарихи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы тергеҙеүҙә ҡатнаша. Азат Ҡужин сығарған тәүге китап та “Төньяҡ амурҙары” тип атала. Рәссамдың бөртөкләп йыйған мәғлүмәттәре, йөрәге аша үткәреп, үҙе төшөргән һыҙмалары, фотолары, һүрәттәре буйынса 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт батырҙарын һынландырыу, кейемдәрен күҙаллап тергеҙеү ҙур баһаға лайыҡ.