Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

200 саҡрымдан ашыу юл ремонтланған

2024 йылдағы эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы башҡарылған. Иң күп юлдар Өфө агломерацияһында (78 саҡрымдан ашыу) ремонтланған. Шулай уҡ 55,6 саҡрымдан ашыу терәк юл селтәре һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһында 14,5 саҡрым самаһы юл тәртипкә килтерелгән. Бынан тыш, юлсылар капиталь ремонт эшләгән, юлдарҙы реконструкциялаған һәм дөйөм оҙонлоғо 54 саҡрымдан ашыу булған яңы объекттар төҙөгән. Шулай уҡ турист объекттарына илткән юл участкалары тәртипкә килтерелгән. - Мәҫәлән, Благовещен-Павловка трассаһының яҡынса 12,7 саҡрымын ремонтланыҡ. Был күрһәткес, 2023 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Шулай уҡ 15 саҡрымдан ашыу Өфө-Инйәр-Белорет юлы тәртипкә килтерелде, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Белорет, Мишкә, Ҡыйғы һәм Тәтешле райондарында милли проект сиктәрендә алты яһалма ҡоролма файҙаланыуға тапшырылған. Республикала интеллектуаль транспорт системаһы ла әүҙем индерелә. Мәҫәлән, тығынд

2024 йылдағы эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы башҡарылған. Иң күп юлдар Өфө агломерацияһында (78 саҡрымдан ашыу) ремонтланған. Шулай уҡ 55,6 саҡрымдан ашыу терәк юл селтәре һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһында 14,5 саҡрым самаһы юл тәртипкә килтерелгән. Бынан тыш, юлсылар капиталь ремонт эшләгән, юлдарҙы реконструкциялаған һәм дөйөм оҙонлоғо 54 саҡрымдан ашыу булған яңы объекттар төҙөгән. Шулай уҡ турист объекттарына илткән юл участкалары тәртипкә килтерелгән. - Мәҫәлән, Благовещен-Павловка трассаһының яҡынса 12,7 саҡрымын ремонтланыҡ. Был күрһәткес, 2023 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Шулай уҡ 15 саҡрымдан ашыу Өфө-Инйәр-Белорет юлы тәртипкә килтерелде, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Белорет, Мишкә, Ҡыйғы һәм Тәтешле райондарында милли проект сиктәрендә алты яһалма ҡоролма файҙаланыуға тапшырылған. Республикала интеллектуаль транспорт системаһы ла әүҙем индерелә. Мәҫәлән, тығындар көслөрәк булған Өфө урамдарында өс йыл эсендә 140 светофор объекты яңыртылған, Юл хәрәкәтенә идара итеү үҙәге булдырылған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта бер нисә аҡыллы светофор барлыҡҡа килгән. Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: gtrk.tv