Баҡалы үҙәк район дауаханаһына былтыр декабрь айында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты тапшырылғайны. Хәҙер был милли проектты “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") дауам итәсәк. Мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл ерендә йәшәүсе халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Ул бөтә тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. 2025 йылдың ике аҙнаһында ғына медицина хеҙмәткәрҙәре, күсмә ФАПта ауылдарға өс тапҡыр сығып, ауырыуҙарға тәүге ярҙамды күрһәтте. –Күсмә ФАП аҙ халыҡ йәшәгән алыҫ ауылдарға сығыу өсөн бик уңайлы. Һәр кем сифатлы медицина ярҙамын йәшәгән урынынан сыҡмайынса алыу мөмкинлегенә эйә, – тине дауахананың баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин. Яңы проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса кү