Был ғаиләнең фажиғәһен бар ил менән бергә кисергәйнек. Сентябрь айында Красноярск өлкәһенең Красная Сопка ауылында булды ул. Дүрт баланан торған ғаилә ағыуланып дауаханаға эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡта дүрт бала ла һәләк була. Ауырлы әсәләре һәм ғаилә башлығы ғына иҫән ҡала. Аҙаҡ асыҡланыуынса, аталары тараҡандарҙы үлтереү өсөн дихлофос һибә һәм тәҙрәне асмай. Хәлдәре насарлана башлағас, үҙе дарыу эсә, ә балаларға бирмәй. Һөҙөмтә аяныслы: балалар һәләк була. Ул саҡта әсәй кеше туғыҙ айлыҡ ауырлы була. Уға һәм эсендәге бәпескә бер ни ҙә булмай, ә ваҡыты еткәс бала тыуа. Һәм бына бөгөн ҡот осҡос яңылыҡ билдәле булды: 1 февралдә төндә шул бәпес тә һәләк булған. Ул йоҡлаған саҡта ҡоҫҡан һәм шуға ҡарлығып үлгән. Тейешле органдар баланы тикшергән: унда ағыуланыу эҙҙәре табылмаған, әсәй кеше лә быға тиклем ашаған ризыҡтарын үҙгәртмәгән. 32 йәшлек әсә әйтеүенсә, ул балаһын имеҙгән дә йоҡларға һалған, ә төндә уянып уның үлгәнен күргән. Бының нисек килеп сығыуын ул аңлай алмай. Әлеге ваҡытта