Миңә шул тиклем ауыр, ни эшләргә лә белмәйем. Бәлки, миңә кәңәш бирерһегеҙ? Ирем – урыҫ. Ваня менән яратышып өйләнештек. Һеҙ уның ниндәй икәнлеген белһәгеҙ икән. Үҙе сибәр, үҙе матур һөйләй, оҙон буйлы, блондин. Әсәйем: – Беҙҙең милләт кешеһе түгел. Ҡыҙым, уйла. Улар икенсерәк була бит, үҙеңдеке барыбер үҙеңдеке булыр ине, – тип ҡаршы төшкәйне. Әсәйемде тыңламаным. Һүҙгә килештек, тик барыбер үҙемдекен иттем: Иванға кейәүгә сыҡтым. Туй ҙа үткәреп торманыҡ, ЗАГС-та үҙебеҙ генә яҙылыштыҡ та йәшәй башланыҡ. Матур тормош ҡорорға теләнек. Сит илдәргә сәйәхәттәргә йөрөгө, матур кейемдәр, ҡиммәтле автомобилдәр алғы килде. Тик бының өсөн аҡса кәрәк бит. Ваняның ата-әсәһе бай түгел, ябай пенсионерҙар. Минең әсәйҙән дә фәтүә юҡ. Шуға үҙебеҙҙең бизнесыбыҙҙы асырға ҡарар иттек. Ирем селтәрле маркетинг менән шөғөлләнә башланы, мин уға ярҙам иттем. Әсәйем йәнә ҡаршы булды: – Юҡ менән булғансы, һөнәрегеҙ буйынса эшләгеҙ. Кеше алдап йөрөйһөгөҙ, – тип кәйефте төшөрҙө. Тағы аралар боҙолдо, әсәйем янына