Мәҙинә бала саҡтан бигерәк сирләшкә булды. Саҡ ҡына өшөһә лә, айҙар буйы йүткерә торғайны. Дарыу ярҙам итмәгәс, әсәһе аптырап ҡаты икмәк тә ашатып ҡараны, мунсаның иң эҫеһенә алып барып сапты ла. Һис файҙаһы теймәне. – Уф, кемгә оҡшағандыр, бигерәк сирләшкә инде. Үлер инде был бала, – тип әйләнгән һайын ҡабатлауын ишетеү Мәҙинәгә тағы ла ауырыраҡ ине. Үҙенән олораҡ Мәүсилә менән Сәлимә апайҙары бар. Улар ут кеүек үткер, һыуыҡҡа ла бирешмәйҙәр, сирләмәйҙәр ҙә. – “Сихут” бит һин. Ел иҫкәнгә лә ауырып бараһың. Беҙҙең менән йөрөмә, ҡунаҡта сәй ҙә эсеп булмай. Бер туҡтауһыҙ йүткереп, кеше ерәндереп ултыраһың, – тиеп үҫә килә апайҙары Мәҙинәне үҙҙәре менән алмай башланы. Шуға ла ҡыҙ баҙнатһыҙ, үҙенә ышанысһыҙ ғына булып үҫте. Күмәк кеше араһында йөрөргә яратманы. Үҙ донъяһында тыныслыҡта күңеленә рәхәтерәк ине. Тормошта үҙ юлынан бара бирҙе. Йыш ауырығанға медицина юлынан китте. Үҙенең һаулығын да, башҡаларҙыҡын да ҡайғыртты. Ваҡыты еткәс, апайҙары һымаҡ уҡ тормошҡа сыҡты, балалар тапты.