“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” тигән муниципаль программала бизнесты алып китеүҙә планлаштырылған сығымдарҙың бер өлөшөн финанс яҡтан тәьмин итеү сараһы ҡаралған. Тап шуға ярашлы, Ағиҙел ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Вәзир Шакиров үҙенең ҡәһүәханаһын асыуға финанс ярҙамы алған. Программа РФ президенты В. В. Путин указына ярашлы барлыҡҡа килгән яңы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” федераль проекты маҡсаттарына һәм күрһәткестәренә өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Вәзир Шакиров Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ндә ҡатнашып, унда “Ҡәһүәхана” асыу идеяһы менән уртаҡлашҡан. Бергәләшеп объектты төҙөү өсөн урын билдәләнгән, финанс ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыуға консультация бирелгән. Эшҡыуар әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыуға Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте яғынан төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелгән. "Финанс ярҙамы төҙөлөш материалдары, йыһаз һәм ҡәһүәхана өсөн ҡорамалд