Социаль селтәрҙә күҙемә салынған видеояҙманы ҡарап, 30 йыл элекке тыуған ауылыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым: социализмдағы тыныс һәм ябай тормош, асыҡ ишектәр-ҡапҡалар, эскерһеҙ, алсаҡ ауылдаштар, әле иҫән атай-әсәй, туғандар... Ниндәй ауыл икәнен белге килде. Баҡһаң, Нуриман районының Ишморат ауылы икән. Төпкөлдәге ихласлыҡҡа бер ни етмәй шул - яратып ҡараным был яҙманы. Ауыл төркөмөндә был турала бына ни яҙғандар: "1996 йылға ҡайтайыҡ һәм Ишморат ауылына күҙ һалайыҡ. Был видео — беҙҙең ауылдың 30 йыл самаһы элек ниндәй булғанын күрһәткән тере хәтирә. Кадрҙарҙа ябай һәм ихлас тормош: ауылдаштарҙың йөҙҙәре, йылы ихаталар, ғәҙәти ауыл көндәре. Был мәлдәр беҙгә тамырҙарыбыҙҙың һәм йолаларыбыҙҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Ҡарағыҙ, хәтерегеҙҙе яңыртығыҙ, ауыл тураһында үҙегеҙҙең тарихтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ — хәтер һәр берегеҙҙә йәшәһен!" Ә һеҙҙә ниндәй хәтирәләр уятты был видео, комментарийҙарҙа яҙығыҙ. Бергәләп һағынайыҡ элекке матур тормошобоҙҙо. Фото һәм видео: https://vk.com/club2261
30 йыл элекке видео: ниндәй күңелгә яҡын күренештәр!
18 января 202518 янв 2025
~1 мин