“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы Диләфрүз Низамова Әбйәлил районының Амангилде ауылында Венера Ғаяз ҡыҙы менән Милләт Әхмәт улы Низамовтарҙың күп балалы, татыу, уңған һәм тырыш ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ул – Төркиәнең Конья ҡалаһындағы Нәжметдин Эрбакан исемендәге университеттың туризм буйынса факультетының II курс студенткаһы. Бәләкәй сағынан туризм тармағында эшләргә теләгән ҡыҙ инглиз, төрөк телдәрен яҡшы белә. Ағайҙары Ғәзим, Айнур, Әлфир һәм һеңлеһе Наҙгөл, еңгәһе Гөлирә кеүек спорт менән дуҫ. Диләфрүз бигерәк тә волейбол уйнарға ярата. Әле ул - Төркиәнең Конья ҡалаһындағы Нәжметдин Эрбакан исемендәге университеттың волейбол командаһы ағзаһы. Бынан тыш, тырыш ҡыҙ бала сағынан бейергә, китаптар уҡырға ярата. Диләфрүздең тағы күңеленә ятҡан бер шөғөлө бар: ул – бына тигән аш-һыу оҫтаһы. Тәмле торт йәки бәлеш, сәк-сәк, салаттарҙың төрлөһөн – һәммәһен дә оҫта әҙерләй. Сихри тәбиғәтле, күлдәр, тауҙар һәм урмандар