Һәр кешенең үҙ яҙмышы, үҙ булмышы. Шулай уҡ “һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа” тиҙәр. Учалы районында командировка мәлендә эшҡыуар Булат Кәримов менән танышҡас, ҡала егетенең бөгөн фермер булып иген үҫтереүен белгәс, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына тағы ла инандым. – Атайым Илсенеке, шуға ла бала сағыбыҙ ауылда үтте. Атайым үҙе лә фермер ине, – тип һөйләне Булат Марат улы. Ул – белеме буйынса юғары белемле юрист, ике йыл тәфтишсе булып эшләгән. “Был һөнәр минеке түгел”, – тип был эшен ҡалдырған. – Атайҙың “сире” миңә лә күсте. Әсәйемдең ҡустылары Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында ауыл хужалыҡтары тота. Шуға ла был эш ҡанға һеңгән, – тип белдерҙе эшҡыуар. Булат Кәримов 2008 йылда эшен картуф үҫтереүҙән башлай. Атаһының иҫке “Белоаусь” тракторы менән бер гектар майҙанға картуф ултырта һәм уңышты ҡул менән йыйып алалар. – 2009 йылда яҡшы уңыш алдым. Сәсеү майҙанын киңәйтә башланыҡ. Марс Сәхийәр улы Мөхәмәтовтан ер алып торҙом. 2010 йылда Илсе ауыл биләмәһенән аукцион аша туғыҙ гектар ер алдым. Яртыһын