Запаста булған рәсәйҙәрҙе Ҡораллы көстәрҙә, Милли гвардия ғәскәрҙәрендә, ҡотҡарыу хәрби формированиеларында, дәүләт һаҡлау органдарында һәм федераль именлек хеҙмәтендә хәрби йыйын (сбор) үтеү өсөн саҡыралар. Указ баҫылған көндән - 16 ғинуарҙан көсөнә инде. Хөкүмәт һәм төбәк властарына йыйындар үткәреү менән бәйле бөтә сараларҙы үтәүҙе тәьмин итергә ҡушылды. Запастағы граждандарҙың йыйымдары хәрби күнекмәләрҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Был планлы сара, ул йыл һайын үткәрелә. Резервта булғандарға саҡырыу өс йылға бер тапҡыр ҡағыҙ һәм электрон формала килә ала. Йыйындарҙың оҙайлығы ике ай. Ҡағиҙә булараҡ, запаста булғандарҙы йылына бер тапҡыр саҡыралар. 2023 йылда Владимир Путин хәрби йыйынға саҡырыу тураһында указға – 10 майҙа, ә 2024 йылда 1 мартта ҡул ҡуйған ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 декабрҙә Рәсәй оборона министрлығы хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыуҙың тамамланыуы тураһында хәбәр итте. Уны үтеү өсөн Рәсәй Ҡораллы көстәренә бөтәһе 133 мең кеше саҡырылды. Шул уҡ ваҡытта саҡырылыусыл