Өс ҡыҙ тимер юл буйлап китеп барған саҡта, ажғырып килгән ике поезд араһында ҡала. Ситтән ҡарап торғандар быларҙың өсөһө лә һәләк булды инде тип уйлай. Әммә, ғәжәп, өс ҡыҙ ҙа иҫән-һау булып сыға. Ҡыҙҙар янында йөрөгән өс шайтан үҙ-ара бәхәсләшә башлай. – Һин ниңә беренсе ҡыҙҙы поезд аҫтына ташламаның, – тигән бер шайтан икенсеһенә. – Ташларһың уны, ул бит иртән намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән килешеү төҙөп ҡуйған, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай, – тигән шайтан. – Ә һин ниңә икенсе ҡыҙҙы ырғытманың? – Ырғытырһың... Уныһы юлға сыҡҡанда өс тапҡыр Аятел көрсиҙе уҡып сыға шул, уға тейеп булмай, – ти. – Ә өсөнсөһө һуң? Ул бит ни Аллаға, ни муллаға ышанмай. Ниңә уны ташламаның? – тип асыулана шайтан. – Шулайлығын шулай ҙа ул, тик ул ишектән сығып киткәндә әсәһе: “Балаҡайым, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт, Аллаһы Тәғәлә һине рәхмәтенән ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн”, – тип доға ҡылып ҡала шул. Нисек тейеп була инде уға? – ти. Дуҫтар! Балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт матур һүҙҙәр әйтеп, доғалар уҡып оҙатып