Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы булды. Һөйләшеү милли ойошманың алтынсы съезы йомғаҡтарына, киләсәктә башҡараһы эштәргә йүнәлтелде. Район мәҙәниәт йорто фойеһында урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолғайны. Уны ҡарағас, тантаналы сара башланды. Һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Президиумы ағзаһы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналы баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, журналист, Бәтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәмзиә Кәримова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Ринат Ҡолтөмәнов, Башҡарма комитет ағзаһы, ҡоролтайҙың Урал аръяғы зонаһы кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин һәм башҡалар ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңләхмәт улы сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, эштең уңышлы булыуын теләне. Артабан Юлдаш Йосопов Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы хаҡында бә