Аҙна аҙағына һауа торошо билдәле. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, республика халҡын тотороҡһоҙ һауа торошо көтә. Ял көндәрендә һауа температураһы -22-нән -1 градусҡа тиклем “тирбәләсәк”. Бөгөн, 17 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы уртаса -9-14 градус. 18 ғинуарҙа иһә урыны менән ҡар яуа, тип хәбәр итә синоптиктар. Төнөн һауа температураһы -11,-16, аяҙайтҡанда -17,-22, көндөҙ -6, -11 градус булыр тип көтөлә. Һауа торошо йәкшәмбелә лә үҙгәрмәй. Урыны менән боҙлауыҡ, ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -7,-12, көндөҙ -1,-6 градус буласаҡ, – тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. Автор фотоһы.