Башҡортостанда 2025 йылда тәүге «батша» игеҙәктәре донъяға килгән. Ҡыҙ менән малай бергә тыуған осраҡты батша игеҙәктәре тип йөрөтәләр. Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Айһылыу һәм Эдгар Йомаевтарҙың бәхеттәрен тулыландырып улы менән ҡыҙҙары тыуған! Ата-әсә сабыйҙарына Аслан һәм Ләйлә тип исем ҡушҡан. Балаларҙы 14 ғинуарҙа ЗАГС бүлегендә теркәнеләр, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле үҙенең телеграм-каналында. Йомаевтар Рамазан исемле 2,5 йәшлек ул тәрбиәләй. Ғаилә башлығы вахта буйынса Байкал тау компанияһында эшләй, әсә – хужабикә. Беҙ ҙә бәхетле ғаиләнең шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм сабыйҙарҙың һау - сәләмәт үҫеүҙәрен теләйбеҙ! Фото: телеграм