Кисә Әбйәлил районы Хәлил ауылында Мәсүғүт Мортазин исемендәге өр-яңы Аллаһ йорто үҙ ишектәрен асты. 4 ай 10 көн элек 6 сентябрь янғын сығып, ауыл мәсетенән ни бары көл- күмер генә ҡала. Тиҙ арала халыҡ ярҙамында аҡса йыйыла һәм өр- яңы иман йортон төҙөү башлана. Ошо ауыл килене, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаты Рәмзиә Кәримова - Байбулатова мәсет асылыу тантанаһында ҡатнашҡан һәм был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Аллаға шөкөр! Әбйәлил районы Хәлил ауылы мәсете үҙ ишектәрен асты! Халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, хәлилдәрҙең шәплегенә, дөргөнлөгенә һәйкәл булды был иман йорто. Үткән йылдың 6 сентябрендә янып көл-күмергә әйләнгән мәсет урынына 4 ай ҙа 10 көн тигәндә яңы, заманса объект ҡалҡып сыҡты. Газы, һыуы үткән, йылы иҙән һалынған, янғын сигналы, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Аш-һыу, йыуыныу