Найти в Дзене

Башҡортостанда Рәсәйҙә булмаған завод асыла

Заводты Стәрлетамаҡ районы биләмәһендәге «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе майҙансыҡтарының береһендә урынлаштырыу планлаштырыла. Билдәләп үтәйек, был - уникаль проект, уның аналогтары Рәсәйҙә юҡ, сөнки бөгөнгө көндә илдә синтетик ВЖС етештереү юҡ. Проект «Яңы материалдар һәм химия» милли проектының мөһим өлөштәренең береһе булған «Химик продукция етештереүҙе үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. «Алға» иҡтисади биләмәһе идарасыһы «БР Үҫеш корпорацияһы»нда билдәләүҙәренсә, инвестор был проектты тормошҡа ашырыуҙа ярайһы уҡ алға киткән. Бөгөнгө көнгә ВЖС етештереүҙең уникаль технологияһына патент алынған, сәнәғәт предприятиеларын проектлау һәм төҙөү өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр штаты, үҙ проект компанияһы булдырылған, буласаҡ производствоның проект-смета документацияһы әҙерләнгән һәм федераль дәүләт экспертизаһын уңышлы үткән, завод төҙөүгә рөхсәт алынған. Фото: "ФАРУС – Синтез" компанияһы. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2025-01-15/v-bashkirii-otkro

Заводты Стәрлетамаҡ районы биләмәһендәге «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе майҙансыҡтарының береһендә урынлаштырыу планлаштырыла. Билдәләп үтәйек, был - уникаль проект, уның аналогтары Рәсәйҙә юҡ, сөнки бөгөнгө көндә илдә синтетик ВЖС етештереү юҡ. Проект «Яңы материалдар һәм химия» милли проектының мөһим өлөштәренең береһе булған «Химик продукция етештереүҙе үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. «Алға» иҡтисади биләмәһе идарасыһы «БР Үҫеш корпорацияһы»нда билдәләүҙәренсә, инвестор был проектты тормошҡа ашырыуҙа ярайһы уҡ алға киткән. Бөгөнгө көнгә ВЖС етештереүҙең уникаль технологияһына патент алынған, сәнәғәт предприятиеларын проектлау һәм төҙөү өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр штаты, үҙ проект компанияһы булдырылған, буласаҡ производствоның проект-смета документацияһы әҙерләнгән һәм федераль дәүләт экспертизаһын уңышлы үткән, завод төҙөүгә рөхсәт алынған. Фото: "ФАРУС – Синтез" компанияһы. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2025-01-15/v-bashkirii-otkroetsya-zavod-analogov-kotorogo-net-v-rossii-4084518