Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы, бихисап тарихи роман авторы Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Арҙаҡлы яҙыусыбыҙ бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы – ул 20-ләгән роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйә авторы. Милли әҙәбиәтебеҙҙә беренсе булып пенталогия ижад итте, ул “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Аҡман-тоҡман”, “Йәшенле йәй”, “Юрғашты”, “Руда” әҫәрҙәренән тора. Алтын эҙләүсе старателдәр тураһындағы был романдарҙы үҙ ваҡытында һәр әҙәбиәт һөйөүсе яратып уҡып сыҡҡандыр. Артабан ижад ителгән “Төньяҡ амурҙары” роман-дилогияһы ла күптәрҙең өҫтәл китабына әйләнде. “Һырдаръя”, “Салауат”, “Ҡара яу”, ”Башҡорттар китте һуғышҡа” һәм башҡа күп романдары халҡыбыҙҙың шанлы тарихын, ҡатмарлы яҙмышын сағылдыра. Мәшһүр яҙыусыбыҙҙың иҫтәлеген яҡташтары – белореттар ҡәҙерләп һаҡлай. Сермән ауылының модель китапханаһына, Белорет ҡалаһының башҡорт гимназияһына уның исеме бирелгән, Я. Хамматов исемендәге әҙәби премия булдырылған. Арҙаҡлы яҙыусыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыу рәсми рәүештә лә билдәләнәс