Ошо көндәрҙә бар Башҡортостан өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды. “Берҙәм Рәсәй”партияһының Генераль советы секретары Владимир Якушев Рәсәй Президенты Владимир Путинға Ишембай ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһында мөрәжәғәт итте. Был туралағы указға 15 ғинуарҙа ҡул ҡуйылды. Ишембай Рәсәйҙең был исем бирелгән башҡа ете ҡалаһы иҫәбенә инде. Улар – Ҡурған (Ҡурған өлкәһе), Үрге Пышма (Свердловск өлкәһе), Ишембай (Башҡортостан Республикаһы), Ковров (Владимир өлкәһе), Мейәс (Силәбе өлкәһе), Зеленодольск (Татарстан Республикаһы), Ленинск-Кузнецкий (Кемеров өлкәһе) һәм Салехард (Ямал-Ненец автономиялы округы). Президент, Ишембайҙа һуғыш йылдарында нефть күләменең 25 процентын, ә Ленинск-Кузнецк халҡы ул ваҡытта фронтҡа 20 миллион тоннанан ашыу күмер һәм 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса биргән, тип билдәләне. Был яңылыҡты ишембайҙар үҙҙәре лә ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Ишембай Ҡала советы депутаты, махсус хәрби операция ветераны Ринат Күлтоманов беҙгә тәьҫораттары тураһы