Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан йәмәғәтселеге МХО шарттарында

Махсус хәрби операция башланғас та бөгөнгө башҡорт йәмәғәтселеге күпселек йәһәттән яңы хәлгә күсте. Хәрби кампания механизмы йәйелдерелә башлап, уға халыҡтың киң ҡатламы йәлеп ителгән һайын, МХО факторы социум тормошоноң төрлө яҡтарына етди йоғонто яһай, шул иҫәптән – төбәк властары сәйәсәтенә лә. Ул Башҡортостан Республикаһының төп халҡына ҡарата тышҡы һәм эске факторҙарға билдәләнеште лә һиҙелерлек үҙгәртте. Һөҙөмтәлә башҡорт йәмәғәтселеге уның эске ҡаршылыҡтарын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған, улар менән тар идеологик, ә ҡайһы саҡта асыҡтан-асыҡ деструктив маҡсатта әүҙем манипуляциялар яһарға маташҡан төрлө көстәрҙең баҫымына дусар ителде. Донъялағы үҙгәрештәр юҫығында Бынан тыш, МХО шарттарында Украинала ғәмәлдәге сәйәси режим коллектив Көнбайыш менән бер­лектә илебеҙҙәге хәлде тотороҡ­һоҙландырыу һәм Рәсәй дәүләт­селеген тарҡатыу маҡсатында Рәсәйҙең милли республикаларында төрлө ысулдар менән этносепаратистик кәйефте тоҡандырырға ынтыла башланы. Милләттәр эше буйынса федераль аген

Махсус хәрби операция башланғас та бөгөнгө башҡорт йәмәғәтселеге күпселек йәһәттән яңы хәлгә күсте. Хәрби кампания механизмы йәйелдерелә башлап, уға халыҡтың киң ҡатламы йәлеп ителгән һайын, МХО факторы социум тормошоноң төрлө яҡтарына етди йоғонто яһай, шул иҫәптән – төбәк властары сәйәсәтенә лә. Ул Башҡортостан Республикаһының төп халҡына ҡарата тышҡы һәм эске факторҙарға билдәләнеште лә һиҙелерлек үҙгәртте. Һөҙөмтәлә башҡорт йәмәғәтселеге уның эске ҡаршылыҡтарын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған, улар менән тар идеологик, ә ҡайһы саҡта асыҡтан-асыҡ деструктив маҡсатта әүҙем манипуляциялар яһарға маташҡан төрлө көстәрҙең баҫымына дусар ителде. Донъялағы үҙгәрештәр юҫығында Бынан тыш, МХО шарттарында Украинала ғәмәлдәге сәйәси режим коллектив Көнбайыш менән бер­лектә илебеҙҙәге хәлде тотороҡ­һоҙландырыу һәм Рәсәй дәүләт­селеген тарҡатыу маҡсатында Рәсәйҙең милли республикаларында төрлө ысулдар менән этносепаратистик кәйефте тоҡандырырға ынтыла башланы. Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡтың (ФАДН) Ситуациялар үҙәге мәғлү­мәттәренә ярашлы, Рәсәй төбәк­тәре араһында мәғлүмәти һөжүм­дәр­гә дусар ителеү һаны буйынса Башҡортостан беренсе урынды биләй. Күрһәтелгән ҡаршылыҡтар, барыһынан элек, башҡорт йәмәғәт­селегенең социомәҙәни һәм социаль-демографик үҙенсәлектәре менән аңлатыла. 2021 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарына ярашлы, Рәсәйҙә 1571879 башҡорт йәшәй (рустарҙан, татар­ҙарҙан һәм чечендарҙан ҡала дүртенсе урын). Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары күр­һәтеүенсә, Башҡортостан Рес­пуб­ликаһында башҡорт этносының өлөшө артҡан. 2010 йылда Баш­ҡорт­останда Рәсәй Федерацияһы башҡорттарының 74 проценты йәшәһә, 2021 йылда был күрһәткес 79 процент булған. Башҡортостан Республика­һының төп халыҡтарының этник һүрәтләнеше түбәндәгесә: рустар – 37,5 процент, башҡорттар – 31,5 процент (2010 йылғы иҫәп алыу буйынса – 29,5 процент), татарҙар – 24,2 процент, мариҙар – 2,1 процент, сыуаштар – 2 процент һ.б. Башҡорттар, һаны буйынса төбәк­тә икенсе урында булһа ла, ҡала мөхитенә рустарға һәм татар­ҙарға ҡарата аҙыраҡ яраҡлашҡан. Һөҙөмтәлә, урбанизация процестары әүҙемләшә, йәмәғәтселек аҡрынлап аграр һыҙаттарын юғал­та. Мәҫәлән, 2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарына ярашлы, Өфөлә генә лә башҡорттарҙың өлөшө 2010 йылдағы 17,1 процент урынына 20,4 процентҡа еткән. “Ҙур ҡала”ның миграция ағымдары халыҡты йәлеп иткән Башҡорт­остан баш ҡалаһы тирәһендә был хәрәкәт айырыуса көслө. Был аңлашыла ла, сөнки ауыл кешелә­ренең финанс мөмкинлеге күп осраҡта сикләнгән. Сағыштырыу өсөн: 2002 йылда Өфө районында башҡорттарҙың өлөшө 13,1 процент булһа, 2021 йылда был күрһәткес 22,9 процентҡа еткән. Шул уҡ ваҡытта республиканың башҡорттар күпләп йәшәгән ауыл райондарында халыҡтың дөйөм һанының кәмей барыуы күҙәтелә. Әммә аграр традиционлыҡта баш­ланған көрсөк социомәҙәни ҡаршылыҡ­тарҙың тотош комплексын алып килә, уларҙың иң мөһиме – йәмғиәтте билдәле дәрәжәлә сәйәсиләштереү, сөнки этник антро­пия йыш ҡына социаль энер­гияның тышҡа бәреп сығыуына, ғәҙәти һәм традицион йәшәү эшмәкәрлеге роленең кәмеүенә килтерә. Шуға ҡарамаҫтан, баш­ҡорт “ауыл донъяһы”ның тарҡалыу процесы кире ҡайтмаҫлыҡ харак­терға эйә, ул социум үҫешенең эске тарихи логикаһы менән әҙерләнгән. Шулай итеп, башҡорт йәмәғәтсе­легенең трансформацияһы, уның структур яҡтан ҡатмарлашыуы бөгөн донъялағы глобаль үҙгәреш­тәр фонында, евразия цивилиза­ция­һына геосәйәси баҫым шарттарында бара. Төбәк властары сәйәсәтенең төп векторҙары Украинала махсус хәрби операция башланғанға саҡлы уҡ Башҡортостан Республикаһы етәкселеге башланғысы менән илһөйәрлек өлкәһендәге төрлө мәҙәни идеологик проекттар тормошҡа ашырыла башланы, ул совет милли сәйәсә­те­нең уңышлы тәжрибәһенә нигеҙләнгәйне. “Суверенитеттар парады” осоронда юл ҡуйылған төрлө хаталарҙан айырмалы, төбәктең мемориаль сәйәсә­тендә Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға өлөш индергән күре­некле шәхестәрҙе ҡанунлаш­ты­рыуға баҫым яһалды. Рәсәй мән­фәғәтендә хеҙмәт итеүҙә тар локаль тарихта түгел, ә дөйөм федераль контекста биографияһы буйынса миҫал булып тороусылар. Мәҫәлән, ошо йүнәлешкә ярашлы республикала күренекле дипломат, Советтар Союзының Сәғүд Ғәрәб­станындағы илсеһе, Башҡортостан шәхесе Кәрим Хәкимовтың иҫтә­леген мәңгеләштереү кампанияһы үткәрелде. Артабан, Бөйөк Ватан һуғышына бәйле коллектив хәтер ҡатлам­дарына “тоташтырыу” башҡа­рыл­ды. Был процестағы үҙәк символик фигура – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы М. Шайморатов. 2020 йылда республика мәктәптәрендә “Шайморатов кластары” асылды. Махсус хәрби операция баш­ланғас та был эш тиҙләтелә төштө. 2022 йылдың 9 майында Өфөлә буласаҡ һәйкәл нигеҙенә иҫтәлекле гильза һалынды. 8 июндә БР Башлығы Р. Хәбиров ҡатнашлы­ғында Луганск Халыҡ Республика­һында М. Шайморатовҡа бюст ҡуйылды. Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренә арналған “Салауат тоҡомдары сигенмәй!” исемле спектакль барҙы. 2024 йылда Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Н. Баййегетов етәкселегендә Рәсәйҙә беренсе булып МХО ҡаһармандарына арналған “Ғүмер хаҡына” тигән бейеү ҡуйҙы. 2022 йылдың 11 октябрендә Өфөлә М. Шайморатовҡа һәйкәл асылыу төбәк халҡы, уның мәҙәни һәм милли йәмәғәтселеге өсөн ҙур ваҡиға булды. Артабан республикала уның исемендәге орден һәм миҙал булдырҙылар. Шулай уҡ төбәктә махсус операцияла ҡатнашыу өсөн М. Шайморатов һәм Рәсәй Геройы, 2000 йылдың мартында икенсе Чечен кампанияһы осоронда Хаттаб ғәскәренә ҡаршы Улус-Керт янында ҡаһармандарса һәләк булған А. Доставалов исемендәге ике ирекмәндәр батальоны ойошторолдо. Был ҡарар тәрән уйлап эшләнгән, сөнки хәҙер күмәк аңда башҡорт М. Шайморатовтың һыны тағы ла Өфө кешеһе рус милләтле А. Доставалов менән тулылана. Һуңғараҡ Бөйөк Ватан һуғышы Геройы Д. Мурзин исемендәге батальон булдырылды, 2022 йылда был ҡаһарманға Өфөлә һәйкәл дә ҡуйылды. 2020 йылда республикала Рәсәй тарихи йәмәғәтселегенең төбәк бүлексәһе асылды. Уның төп бурыстарының береһе – Башҡортостандың һөнәри тарихи йәмәғәтселеге яғынан башҡарма власть органдарына илһөйәрлек тәрбиәһе өлкәһендәге проект­тарҙы тормошҡа ашырыуҙа ғилми-методик ярҙам күрһә­теү. МХО башлан­ғандан алып республикала Рәсәй хәрби тарихи йәмәғәтсе­легенең Башҡортостан бүлексәһенең эше лә әүҙемләште. Бынан тыш, 2022 йылдан алып БР властары МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам буйынса ярайһы уҡ ҙур саралар комплексы ҡабул итте. 2023 йылдың яҙында Өфөлә “Ватанды яҡлаусылар” федераль фондының филиалы асылды (етәксеһе – Г. Ҡолһарина). Республика Рәсәй төбәктәре араһында беренселәрҙән булып Башҡортостандан хәрби хәрәкәттәр биләмәһе яугирҙәренә даими рәүештә гуманитар ярҙам алып барыуҙы ойошторҙо. Р. Хәбиров үҙе шулай уҡ МХО башланғандан алып Донбассҡа барған төбәк етәкселәренең береһе булды. Артабан унда яҡташтарына ярҙам итеү өсөн республика муниципа­литеттарының бөтә башлыҡтары ла булып ҡайтты. Был әле төбәк етәкселәренең ошо йүнәлештәге эшенең ҙур булмаған исемлеге генә. Шуныһын да танырға кәрәк, улар дөйөм алғанда халыҡ яғынан ыңғай ҡараш алды, сөнки, миҫалға, Бөйөк Ватан һуғышына бәйле ҡеүәт тә үтә ҙур, халыҡтың коллектив хәтерендә ул ыңғай тойғоло юҫыҡта сағыла. Шулай итеп, 2018 йылдан алып БР етәкселегенең мемориаль сәйәсәт һәм гражданлыҡ илһөйәр­леге өлкәһендәге, артабан МХО-ға ярҙам саралары буйынса стратегияһы геосәйәси ҡараштар өлкәһендә ярайһы уҡ йоғонтоло булып сыҡты. Рәсми дини структура, халыҡ һәм башҡорт зыялыларының позицияһы Махсус хәрби операция башланыуы Башҡортостандағы дин-ара мөнәсәбәттәргә лә йоғонто яһаны. Ғәҙәти дини ойошмалар республикала беренселәрҙән булып ил етәкселегенең сәйәси курсын яҡлап сыҡты. 2022 йылдың февралендә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты президиумы Украинала МХО үткәреү ҡарары­ның дөрөҫ булыуы тураһында белдерҙе. БР мосолмандарының дини идаралығы ла шул уҡ ҡарашта булыуын әйтте. Рәсәй Православие үҙәгенең Башҡорт­остан митрополияһы шулай уҡ даими рәүештә хәрбиҙәргә, ҡасҡын­дарға, Донецк һәм Луганск республикалары халҡына гуманитар ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, махсус хәрби операция биләмәһенә республика яугирҙәренә ярҙам күрһәтеү өсөн дин эшмәкәрҙәре – БР Мосолмандары диниә назараты вәкиле Хәмзә хәҙрәт (Хафизов) һәм Өфө Епархияһы протоиерейы отец Виктор барҙы. Шул уҡ ваҡытта рәсми диниәт­тең позицияһы Башҡортостанда радикаль дини ағымдар яғынан ҡаршылыҡ тыуҙырҙы һәм эшмә­кәрлекте әүҙемләштерҙе. Милләт­селек йәмғиәттәре вәкилдәре һәм формаль булмаған дини төркөмдәр Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм БР Диниә назаратын етәкләгән дин әһелдәре­нең эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡиткә дусар итте. БР мөфтөйө А. Бирғәлин һәм Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Т. Тажетдинға ҡарата белдекһеҙлектә, власть органдарына “һуҡырҙарса” буйһоноуҙа ғәйепләүҙәр яңғыраны. МХО яугирҙәрен рухи йәһәттән яҡлаған өсөн социаль селтәрҙә формаль булмаған ислам ағымдары исе­менән Хәмзә хәҙрәттең эшмәкәрле­ген фашларға ынтылыуҙар күҙәтелә. Бында һүҙ, барыһынан да элек, салафизм идеяһын яҡлауҙар тураһында бара. Уларҙан айырмалы, Нәҡшбән­диә неосу­фый­лыҡ тәри­ҡәте (хаккаиттар) вәкилдәре МХО-ны яҡлап сығыш яһаны. Мәҫәлән, 2021 йылдың 12 июнендә Рәсәй көнөндә Миәкә районында улар мосол­мандарҙың “Сәхәптәрҙең изге ере – нурлы Нарыштау” тип аталған йыллыҡ йыйылышын үткәрҙе. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Сара махсус хәрби операция барышында ҡулына ҡорал тотоп илебеҙ мәнфәғәтен яҡлаған, тыныс тормош кешелә­ренең ғүмерен ҡотҡарыу буйынса үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән яугирҙәргә бағышланды”. Башҡорт халҡының киң ҡатлам­дарының махсус хәрби операцияға ҡарашы, дөйөм Рәсәй йәмәғәт­селегендәге кеүек үк, тәүге этапта һаҡсыл ҡарашҡа эйә ине. Әммә әкренләп ул ыңғай һәм нейтраль баһаларға күсте. Һәм эш бында дәүләт идеологияһының тәьҫирен­дә генә лә түгел, хәйер, ул да дөйөм аңды урынлаштырыуға тәьҫир итте. Иң мөһиме, хәрби кампания механизмына титуллы халыҡтың йәлеп ителеүе барышында, МХО-ға мобилизация­ланғандар һәм ирекмәндәр ҡуҙғалыуы, һәләк булғандарҙың һаны арта барыуы арҡаһында һуғыш темаһы күп ғаиләләр өсөн телевизор экранынан күҙәтелгән абстракт процесс ҡына түгел, ә тәрән борсолдорған шәхси тарихҡа әйләнде. Бында коллектив хәтер төпкөлөндә ятҡан архетиптарҙы көнүҙәкләштереүҙә билдәле роль уйнаны, сөнки башҡорттар тарихи яҡтан ҡарағанда бай хәрби тарихҡа, тейешле традицияларға һәм хәрби менталитеттарға эйә. Әммә архетиптарҙың йәмәғәт­селек аңына баҫымын был мәсьәләлә арттырып күрһәтеү хата булыр ине. Башҡорт халҡының, шул иҫәптән ауылда йәшәгән­дәрҙең МХО-ға ҡарашы күпселек осраҡта рациональ характерға эйә. Мәҫәлән, МХО-ға йүнәлгән кеше­ләрҙең күпселеге өсөн, быға саҡлы вахта ысулы менән эшләгәндәрҙе лә иҫәпкә алып, кампания юғары эш хаҡы алыу ысулдарының береһенә әйләнде, айырыуса хәрбиҙәр ғаиләләре өсөн федераль һәм төбәк кимәлендә ҡабул ителгән ҙур социаль пакет һәм ташламалар фонында. Бынан тыш, анализ күрһәтеүенсә, башҡорттарҙың ауыл донъяһы төбәк йәмәғәтселек эшмәкәрлегенең пропагандаһына аҙ иғтибар итә, әммә был осраҡта йыйымдар һәм муниципаль гуманитар ылауҙар оҙатыуҙа, яҡташ­тарҙы ерләүҙә, хәрбиҙәрҙе оҙа­тыуҙа һиҙелерлек әүҙемлек күҙәтелә. Миҫалға, маскировка селтәрҙәре үргән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары быны дәүләт идеологияһы нигеҙендә түгел, ә МХО-ға киткән туғандары, ирҙәре, улдары тиҙерәк ҡайтһын өсөн эшләй. Был үҙ-үҙеңде һаҡлау һәм иҫән ҡалыу буйынса локаль аграр донъяла быуаттар буйына тупланған социо­мәҙәни механизм булып тора. Башлыса Баш­ҡорт­остан Республикаһы халҡының МХО-ны яҡлауы, һәләк булған­дарҙың күплегенә һәм кампанияны ҡабул итеүҙе ябайлаштырыуға ҡарамаҫтан, тотороҡло һәм тыныс характерға эйә. БР Мәҙәниәт министрлығы үткәргән һорау алыуға ярашлы, Башҡортостан халҡының махсус операцияны яҡлауы 2022 йылдың мартында – 59,9 процент, 2023 йылдың февралендә – 53,6 процент, 2024 йылда 54 процент тәшкил итте. Башҡорт зыялылары араһында махсус хәрби операцияға мөнә­сәбәт тәүге мәлдә шулай уҡ бер төрлө характерға эйә түгел ине. МХО буйынса дискурсты тәүге көндәрҙән үк был мәсьәләләр буйынса әүҙем позиция биләгән һәм РФ Президенты В. Путиндың сәйәсәтен һис һүҙһеҙ яҡлаған БР Башлығы Р. Хәбиров тыуҙырҙы. Әммә, илдә һәм республикала дәүләт институттарының эше ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәрби кампанияның ағымдағы бурыстарына үҙгәртеп ҡоролғас, милли һәм мәҙәни зыялыларҙың ҙур өлөшө МХО-ны идеологик йәһәттән тәьмин итеүгә әүҙем ҡушылды. Икенсе бер өлөшө нейтраль йәки һаҡсыл позицияны биләне. МХО-ға ҡаршы булғандар иң аҙ өлөштө тәшкил итте, ләкин киң йәмәғәт­селек биләмәһендә уларҙың тауышы телеграм-каналдарға һәм РФ киңлектәрендә блокировка­ланған социаль селтәр каналдарына күсте һәм БР халҡы аңының киң билдәләнешенә аҙ тәьҫир итте. Мәҫәлән, МХО биләмәһендә һөнәри эшмәкәрлеге сиктәрендә билдәле башҡорт башҡарыу­сылары Элвин Грей, “Дәрүиш-хан” төркөмө, Р. Ҡарабулатов, И. Абдуллин (“Бүреләр” төркөмө) һәм башҡалар булып китте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары йәмғиәте һәм башҡа башҡорт йәмәғәтселеге ойошмалары хәрби­ҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса киң эшмәкәрлек йәйелдерҙе. Башҡортостан Журналистар союзының күп ағзалары ла уның рәйесе, “Башҡортос­тан” гәзитенең баш мөхәррире В. Исхаҡов етәк­селегендә МХО темаһы буйынса әүҙем позицияны биләй. 2024 йылдың июнендә республика журналистар делегацияһы Башҡорт­остан хәрбиҙәре янында булды, уның составында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Э. Ҡусҡарбәков, Октябрьский мәғлү­мәт үҙәге директоры Р. Камалтдинов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире М. Ҡунафин, “Аргументы недели в Башкортостане” баҫмаһының баш мөхәррире С. Кудряшов, “Кызыл таң” вәкиле Ф. Гәрәев, “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы В. Фәйзуллин булды. Артабан Донбассҡа БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары М. Ғәзизов етәкселегендәге журналистар төркөмө барҙы. Башҡорт журналисы А. Саҙры­евтың командировкаһы һөҙөм­тәһендә БЮТ каналында махсус репортаждар сыҡты, улар араһында – “Донбасс күге”, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, “Ғүмер юлы”. Хәрби хәбәрсе сифатында МХО-ла БЮТ телеканалы хәбәрсеһе, блогер И. Батыргәрәев тә эшләне. Шулай уҡ МХО биләмәһендә БР Яҙыусылар союзы рәйесе А. Бай­мөхәмәтов, сценарист З. Бура­ҡаева, яҙыусылар М. Ҡунафин, М. Ҡаһарманова булды. Шағирә Л. Аб­дуллина ла әүҙем позиция биләне. Сәфәрҙәр һөҙөмтәһендә ил­һөйәрлек йүнәлешендәге әҫәрҙәр барлыҡҡа килде, “Йөрәгемдә минең Ватаным!”, “Үҙебеҙҙеке­ләрҙе ташламайбыҙ!” һәм башҡа әҙәби илһөйәрлек акциялары циклы донъя күрҙе. 2024 йылда “СВОими глазами” китабының исем туйы үткәрелде. Уға махсус хәрби операция тураһындағы очерктар, эссе һәм репортаждар индерелгәйне. Журналистар М. Ҡунафин, С. Кудряшов, Н. Кузнецова, Е. Кос­тицына, Э. Мусина әҫәрҙәрендә Баш­ҡортостан яугирҙәре һәм офицер­ҙарының батырлығы, хәрбиҙәрҙең Оборона министрлығы менән контракттарының илһөйәрлек мотивтары, табиптарҙың гуманитар ылауҙа ҡатнашыусылар, хәрби дин әһелдәренең эше тасуирлана. БР яҙыусылар һәм журналистар йәмәғәтселегенең был ижтимағи әүҙемлеген республика властары дәүләт наградалары һәм төрлө гранттар системаһы ярҙамында, был иһә дөйөм алғанда эта­тизмдың утилитар бурыстары логикаһына тап килә, баһаланы. Шуныһын да билдәләп үтәйек, шундай уҡ ғәмәлдәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет дәү­ләте тарафынан да ҡулланылды, ул саҡта ла башҡорт яҙыусылары яугирҙәр менән осрашыу өсөн фронтҡа даими бара ине. Дөйөм алғанда, МХО үткәрелеүе Башҡортостанда яҙыусыларҙың һәм журналистарҙың йәмәғәтселек статусын күтәреүгә булышлыҡ итте. Ирекмәндәр сифатында МХО-ға Милли китапхана директоры тарихсы Л. Зөлҡәрнәев, “Башэнциклопедия” директоры, социолог И. Солтанморатов, БЮТ телеканалы хәбәрсеһе Р. Әхмәтшин, властарға ҡарата оппозицияла булған “Пруфы” сайты журналисы Р. Рәхмәтов һәм башҡалар китте. 2022 йылдың ноябрендә, төбәктәрҙең йәмәғәтселек хәле ҡатмарлашҡан осорҙа, МХО-ға фекерҙәштәре менән бергә ирекмән сифатында БР Хөкү­мәтенең беренсе вице-премьеры А. Бадранов та барҙы. Ул үҙ ҡарарын шулай тип аңлатты: “Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, идеология һүҙҙә генә эшләүҙән туҡтаны, реаль хәрәкәттәр һәм миҫалдар кәрәк ине”. Әммә власть системаһында ул милли төбәк өсөн мөһим һәм төп стратегик йүнә­лештәрҙе ҡурсаланы. Атап әйткәндә, зыялылар һәм башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре, йәштәр, федераль кимәлдә Милләт­тәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге, экспорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән бәйлә­неште тормошҡа ашырҙы. А. Бадранов дөйөм Рәсәй иден­ти­фикацияһын, гражданлыҡ илһөйәрлеген, төбәктә РФ дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуға бәйле күп кенә проекттар башланғысы менән сығыш яһаны. Ер аҫты байлыҡтарын файҙа­ланыусылар эшмәкәрлеге буйынса Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров башланғысы менән ойошторолған ведомство-ара комиссияның етәксеһе булараҡ, ул халыҡтың ер аҫты байлыҡтарын сығарыу компаниялары менән ыҙғышы, протест хәлдәренә идара итеүгә бәйле ҡатмарлы мәсьә­ләләрҙе хәл итте. Шулай уҡ А. Бадранов күп кенә рәсми милли һәм йәмәғәтселек ойошмаларының эшенә МХО бурыстары нигеҙендә ҡурсаулыҡ итте. Ғәмәлдә төбәк власы идеологияһының күп кенә механизмдары, бигерәк тә “баш­ҡорт факторы” менән бәйле булғандары уның сәйәси эшмә­кәрлеге даирәһенә инде. Көтөлгәнсә, А. Бадранов МХО-ға киткәс тә, властың был йүнә­лештәге эшмәкәрлеге әкренләп һүнде һәм ғәмәлдә туҡтаны, был иһә 2024 йылдың 15 һәм 17 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында фажиғәле ваҡиғалар сәбәптәренең береһенә әйләнде. Баймаҡ ваҡиғалары – МХО контексында 2020 йылдың 22 майында БР Юғары суды теркәлмәгән “Башҡорт”1 йәмәғәт ойошмаһын экстремистик тип таныу һәм уның эшмәкәрлеген тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был төрлө ыҙғыш хәлдәре буйынса төбәктең урындағы халҡының протест йыйындарында даими ҡатнашҡан башҡорт милләтсе ойошмаһы ағзалары өсөн тәүге сигнал ине, ләкин улар был хәлдән тейешле һығымталар яһаманы һәм үҙҙәренең сәйәси эшмәкәрлеген дауам итте. МХО башланғас та “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһының әүҙемлеге дәүләт күҙлегенән конституцион ҡоролошҡа тура хәүеф тип һанала, ә теләһә ҡайһы системанан тыш акторҙарҙың сығыштары илде ижтимағи-сәйәси яҡтан тарҡатыу өсөн потенциаль нигеҙ, быға ҡаршы киҫкен көрәш алып барырға кәрәк, тип аңлатыла башланы. Хәрби кампания алып барған дәүләттең логикаһы был осраҡта тулыһынса аңлашыла. Әммә “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһы, күрәһең, юғарыла аталған факторҙарҙың етдилеген аҙағынаса аңлап еткермәгән. Мәҫәлән, 2022 йылдың 24 сентябрендә өлөшләтә мобилизация ваҡытында ойошманың элекке рәйесе Фаил Алсынов2 республиканың титуллы халҡына башҡорт телендә түбәндәге саҡырыу менән мөрәжәғәт итте: “Иң аҡыллы һәм көслө башҡорт егеттәрен утҡа ташлайҙар. Был – башҡорттар өсөн ысын геноцид. Украинаға ҡаршы һуғыш беҙҙең һуғыш түгел”. Ул шулай уҡ ата-әсәләргә “үҙ балаларығыҙҙы мәғәнәһеҙ һуғышҡа ебәрмәгеҙ” тип мөрәжәғәт итте. Ошо айҡанлы Өфө ҡалаһының Киров район суды тарафынан Ф. Алсынов административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип танылды һәм уға 10 мең һум штраф һалынды. Икенсе тапҡыр Алсынов 2023 йылдың 23 апрелендә Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылындағы йыйында әйткән һүҙҙәре өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Атап әйткәндә, ул башҡорт телендә шулай тине: “Тиҙҙән беҙ ҡалмаясаҡбыҙ. Беҙҙең еребеҙҙе, халҡыбыҙҙы быуаттар буйына юҡ иткәндәр”, “Был беҙҙең ер, беҙ унан китмәйәсәкбеҙ. Әрмәндәр – үҙ иленә, рустар – Рязанға, татарҙар – Татарстанға, ҡара халыҡ үҙҙәренә китәсәк, беҙ китә алмайбыҙ, беҙҙең йорт ошонда”. Ошонан һуң БР Башлығы Р. Хәбиров республика Прокурорына Ф. Алсыновтың әйткәндәренә ҡануни баһа биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ахырҙа уға ҡарата милләт-ара ыҙғыш тоҡандырған өсөн статья буйынса енәйәт эше асылды. Шулай итеп, хоҡуҡ һаҡлау системаһы тыйылған, ә ғәмәлдә эшмәкәрлеген туҡтатмаған ойошманың етәкселәренә уларҙың эшмәкәрлегенең йәмәғәтселек өсөн хәүефле булыуын бер нисә тапҡыр иҫкәртте. Әммә проблема шунда: Ишмырҙа ауылындағы йыйында ҡатнашҡандар, Башҡортостандың Урал аръяғы халҡының бер өлөшөн дә индереп, Ф. Алсыновты “халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы” тип ҡабул итте. 2024 йылдың 17 ғинуарында Баймаҡ район суды Ф. Алсыновты РФ Енәйәт кодексының 282-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса – “Нәфрәт йәки дошманлыҡ тыуҙырыу, шул рәүештә кешелек намыҫын кәмһетеү” – ғәйепле тип тапты. Ул дөйөм режимдағы колонияға дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарарын тыңларға дүрт мең самаһы кеше йыйылды, улар суд ҡарарын асыу менән ҡабул итте. Йыйылған халыҡҡа таралырға тәҡдим иттеләр, ләкин улар полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫырыҡлай һәм ҡар ырғыта башланы, ихтимал булған эҙемтәнең ауырлығын аңлап етмәнеләр. “Төркөм эффекты” килеп сыҡты. Быға яуап итеп, хоҡуҡ һаҡлаусылар күҫәктәр һәм йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Һөҙөмтәлә Баймаҡтағы ваҡиғаларҙан һуң РФ Тәфтиш комитеты ике статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты: күмәк тәртипһеҙлек ойоштороу һәм ҡатнашыу (РФ Енәйәт кодексының 212-се статьяһының 1-се өлөшө), шулай уҡ власть вәкилдәренә ҡарата көс ҡулланыу (РФ Енәйәт кодексының 318-се статьяһының 1-се өлөшө). Протеста ҡатнашыусыларҙы ҡулға алыу башланды. Төрлө киң мәғлүмәт саралары яҙғанса, “Баймаҡ эше” фигуранттары 80-дән ашыу кешене тәшкил итә. Баймаҡтағы хәл-ваҡиғалар башҡорт йәмәғәтселегендә киң резонанс тыуҙырҙы, ул Украина пропагандаһы тарафынан РФ етәкселегенә ҡарата ҡеүәтле мәғлүмәт һылтанмаһы итеп файҙаланылды. Был хәлгә килтергән төп сәбәптәрҙе бүлеп ҡарарға мөмкин. Сит ил акторҙарының эшмәкәрлеге Баймаҡ ваҡиғаларында сит илдәрҙәге системанан тыш акторҙарҙың кире эшмәкәрлеге ҙур роль уйнаны. Мәҫәлән, “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһын экстремистик ойошма тип танығандан һуң, уның лидерҙарының береһе Р. Ғәббәсов3 2021 йылдың көҙөндә Литваға эмиграцияға китте. Шунан һуң уның идеологик риторикаһы күрәләтә Рәсәйгә ҡаршы сифатҡа күсте. МХО башланғас та, Р. Ғәббәсовтың эшмәкәрлеге Украинаның нацист режимына һәм Көнбайыштың махсус хеҙмәттәренә йөҙ тотҡан маҡсатлы йүнәлеш алды. Атап әйткәндә, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярым-фейк ойошмаларын (сит илдәге Башҡорт милли хәрәкәте комитеты, Башнацполит) булдырҙы, артабан башҡорт халҡы исеменән төрлө сит ил форумдарында ҡатнаша, Рәсәй етәкселеген рус булмаған этностарға ҡарата геноцидта ғәйепләй, Украина менән һуғышта Рәсәйҙең тиҙерәк еңелеүен теләй башланы. Һүҙҙәрҙе һайлап та тормайынса, башҡорттар иҫәбенән МХО-ла ҡатнашҡандарҙы Ғәббәсов “ватниктар”, “Путин пропагандаһы ҡорбандары” тип атай, башҡорт батальондарының һәләк булған яугирҙәре өсөн циниктарса шатлана, Украина еңһен өсөн уға “Рәсәй биләмәһенә һөжүм итеү өсөн алыҫҡа атыусы ракеталар” талап итә һәм башҡалар. Сит илдәрҙән ошондай уҡ риториканы бөгөн ЛГБТ4 йәмғиәте яҡлы А. Лион, Канадала йәшәүсе “Нурджулар”5 сектаһы ағзаһы Р. Сөләймән (Рәсәй биләмәһендә тыйылған дини ойошма), формаль булмаған салафит лидеры И. Хәйбуллин һәм башҡалар алып бара. БР Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе Р. Мырҙағолов6 ғәмәлдә украин хәрби хәбәрсеһе сифатында пропаганда йәйелдерҙе. Икенсе төрлө әйткәндә, тап “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһаның экс-лидеры Р. Ғәббәсовтың һәм был ойошмаға идеологик яҡтан яҡын булған көстәрҙең Рәсәйгә ҡаршы әүҙем эшмәкәрлеге хоҡуҡ һаҡлау органдарының был ойошманың төбәктә ҡалған ағзаларына һәм, тәү сиратта, Ф. Алсыновҡа ҡарата иғтибарын көсәйтте лә инде. Дәүләт күҙлегенән ҡарағанда, әгәр ҙә МХО башланғанға саҡлы “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһының деструктив эшмәкәрлеге асыҡтан-асыҡ янау була алмаһа, сит ил акторҙарының пропагандаһынан һуң ул асыҡ күренеп торған хәүефкә әйләнде. Шуға күрә Баймаҡ ҡалаһындағы хәл-ваҡиғаларҙа ҡатнашҡандырҙың барыһы ла система тарафынан сит илдәрҙән идара ителгән Украина яҡлы көстәр тип баһаланды. Шуныһы асыҡ күренә, Баймаҡ ваҡиғалары мәлендә социаль селтәрҙәге башҡорт сегментын ҡулланыусыларҙан күптәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары яғынан ҡаты прессинг булыуға ҡарамаҫтан, Р. Ғәббәсовты асыҡтан-асыҡ “провокатор” тип атаны. Уның башҡорт яҙыусыларына, журналдар мөхәррирҙәренә һөжүме кире һөҙөмтә бирҙе – быға яуап итеп, төп халыҡ араһында ҙур аудиторияға ла эйә булғанлыҡтан, улар МХО-ны һәм властарҙың ошо өлкәләге сәйәсәтен хуплауҙы көсәйтте генә. Социомәҙәни фактор Башҡорт йәмәғәтселегенең социомәҙәни һыҙаттары Баймаҡ ҡалаһында халыҡты мобилизациялауҙың мөһим факторы булды. Был халыҡтың 55 проценты бөгөн ауылда, Башҡортостандың Урал аръяғының социаль-иҡтисади планда депрессив булған райондарында йәшәй. Ошо социаль төркөм көндәлек тормошта күпселек дәрәжәлә ҡала халҡы өсөн характерлы булған рациональ баһалар менән түгел, ә рухи ҡиммәттәр менән эш итә. Республика биләмәһенең, уның тәбиғәтенең башҡорт халҡының мәҙәниәтендә, тарихында һәм фольклорында сағылыш табыуы, уның өсөн сакраль әһәмиәткә эйә булыуы ла бик мөһим. Шуға ярашлы, башҡорт аграр традиционлығына эйә булғандар протест акцияһын ысынлап ойоштороусы булған милләтселек һәм дини акторҙар йоғонтоһона еңел эләгә. Бынан тыш, Ф. Алсынов ошо яҡтарҙа тыуып үҫкән һәм, урындағы халыҡ күҙлегенән ҡарағанда, уны Ишмырҙа ауылындағы йыйында ҡатнашҡан өсөн хөкөм итергә йыйыналар, ә бит ул халыҡтың хоуҡтары өсөн, тыуған ерҙе яҡлап сығыш яһай. Шул сәбәпле локаль донъя вәкилдәре коллектив теләктәшлек күрһәтә һәм уға ҡарата ғәйепләү хөкөмөнә ҡаршы күмәкләп сығыш яһай. МХО, бер-артлы барған ерләүҙәр, Урал аръяғындағы дөйөм социаль-иҡтисади хәл менән ризаһыҙлыҡ тыуҙырған кире энергияның тупланыуы ла үҙ ролен уйнай. Баймаҡтағы ваҡиғалар алдынан эксперттар үрҙә билдәләнгән факторҙарҙың протест кәйефендәге граждандарҙы мобилизациялауҙың ҡеүәтле триггеры буласағын иҫкәрткәйне, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күҙаллауҙарҙы система тейешенсә ҡабул итмәне. Башҡорт йәмәғәтселеген урбанизациялауҙың объектив социаль процестары республиканың ауыл райондарындағы зыялылар ҡатламын көсһөҙләндереүгә һәм юйыуға булышлыҡ итте. Әммә бушап ҡалған урынды аҡрынлап “халыҡ популистары” тип атарға мөмкин булған яңы йәмәғәтселәр биләй башланы. Нигеҙҙә, улар – ярым маргиналь тормош рәүеше алып барған, аныҡ социаль статусы һәм һөнәре булмаған, әммә шул уҡ ваҡытта халыҡ исеменән сығыш яһаған кешеләр. Шуныһы асыҡ күренә, Баймаҡ ваҡиғалары алдынан уларҙың күптәре, халыҡты протест хәрәкәтенә өгөтләп, үҙҙәре төрлө сәбәптән 17 ғинуарҙа суд бинаһы янына килмәне. Бөгөн улар шулай уҡ әүҙем пропаганда, башҡорт халҡының киң ҡатламдарының тойғоларында спекуляция алып бара, шул уҡ мәлдә башҡалар – енәйәттә ғәйепләнеүсе күбеһе ябай ауыл кешеләре тәфтиш изоляторында суд ҡарарын көтә. Ҡуштау факторы 2020 йылда Ҡуштауҙы яҡлаған шауҡымлы ваҡиғалар ҙа протест белдереүселәрҙе мобилизациялауҙың етди факторы булды. Әммә, хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың һөҙөмтәлә республика масштабына әйләнгән киң социаль составынан айырмалы рәүештә, Ф. Алсыновты яҡлау темаһы фәҡәт “башҡорт форматы”на эйә ине. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был ваҡиғалар властар өсөн кире юҫыҡта, нигеҙҙә, Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында тикшерелде. Күпселек төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш муниципалитеттарҙа Ф. Алсынов өҫтөнән процесс барыуы тураһындағы яңылыҡтар Башҡортостан Башлығы Р. Хәбировтың сығыштары буйынса көн тәртибе һәм “WhatsApp” мессенджеры эшендәге өҙөклөктәр сиктәрендә барҙы. Улай ғына ла түгел, Куштау кейсынан айырмалы, система Баймаҡ судының административ бинаһы янында протест белдереүселәрҙең йыйынын дәүләт институттарына туранан-тура һөжүме тип баһаланы, ә был Рәсәй алып барған махсус хәрби операция шарттарында бөтөнләй икенсе акцент бирҙе. Көс структураларының системанан тыш акторҙарға ҡарата 2024 йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлау алдынан эш итеүе лә әһәмиәтле, улар федераль үҙәктең тура күрһәтмәләре менән етәкселек итте. Әгәр ҙә Ҡуштауҙы яҡлау тарихында протест белдереүселәр еңеүгә өлгәшһә, Баймаҡҡа бәйле ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар еңелеүгә дусар булды, етмәһә, был хәл енәйәт эҙемтәләренә алып килде. Шуға ярашлы, башҡорт йәмәғәтселеге өсөн уның шаңдауы шиханға бәйле ваҡиғаға ҡарағанда ауырыраҡ булды. Мәғлүмәт факторы Властарҙың мәғлүмәт сәйәсәте лә еңелеүгә мәжбүр булды. Төбәктең сәйәси системаһы Баймаҡтағы ваҡиғаларҙы дөрөҫ яҡтыртыуға, граждандарҙы тышҡы һәм эске манипуляторҙарҙан ҡурсалаясаҡ аңлатыу эше алып барыуға өлгәшмәне. Баймаҡ ваҡиғалары алдынан ҡайһы бер эксперттар граждандарҙы МХО шарттарында система уға ҡарата протест баҫымына ҡаршы ҡаты эш итәсәк тип иҫкәрткәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тауыштар “халыҡ популистары”ның көсәйә барған фонында юғалып ҡалды. Бынан тыш, республика хакимиәте яғынан рәсми ойошмалар һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары менән координациялау эше яйға һалынманы. Власть яҡлы акторҙар ҡаршы көн тәртибен булдырыу өсөн сигнал алманы. Был шарттарҙа дәүләткә ҡарамаған киң мәғлүмәт саралары медиакиңлектәге башланғысты тулыһынса эләктерҙе. Миҫалға, “Пруфы” оппозиция ресурсы Алсынов тураһындағы алдан уҡ уйланылған мемды, уны өлгөлө ғаилә башлығы һәм дүрт бала атаһы, башҡорт телен һәм тәбиғәтен яҡлаусы итеп күрһәтеп, киң ҡатламдарҙың аңына индерергә тотондо. Һөҙөмтәлә төп халыҡтың бөтә кире ҡарашы төбәк Башлығына йүнәлтелде. Шулай итеп, Баймаҡ ваҡиғалары күпселек дәрәжәлә фажиғәле тап килеүҙәрҙең һәм төрлө характерҙағы сәбәптәрҙең тотош бер теҙмәһенә әйләнде. Һөҙөмтәлә протеста ҡатнашҡан 80-дән ашыу кеше ауыр статьялар буйынса енәйәт эше фигуранттарына әйләнде, ә бит улар – “төпкөл башҡорт халҡы” вәкилдәре, күп балалы атайҙар. Әйткәндәй, был осраҡта ошо ыҙғышта ҡатнашҡан бөтә яҡтар ҙа отолдо –урындағы халыҡ та, төбәк властары ла, федераль үҙәк тә. Башҡорт халҡының төп өлөшөнөң яһалма түгел, ә ысын этносепаратизмға күсеү хәүефе ысынлап янай икән, быға һис тә юл ҡуйырға ярамай, бигерәк тә хәрби кампания шарттарында. Һөҙөмтәлә суд системаһы “Баймаҡ эше” буйынса бөтә ваҡиғаларҙы объектив рәүештә тикшерер, республиканың МХО-ға индергән өлөшөн дә иҫәпкә алыр, тип өмөтләнәһе ҡала. Баймаҡтағы хәл-ваҡиғаларҙан һуң төбәк властары тейешле һығымта яһаны, шулай уҡ идара итеүҙә ҡайһы бер башланғыстар тормошҡа ашырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Азат Бадрановты МХО биләмәһенән республикаға ҡайтартыу буйынса күбеһенсә экстраординар булған ҡарар ҡабул итте. 2024 йылдың апрелендә ул БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне. Төбәктең милли һәм мәғлүмәт сәйәсәтен идеологик яҡтан тәьмин итеү, башҡорт йәмәғәтселеге менән коммуникация төҙөү, этномәҙәни һәм телде үҫтереү буйынса көнүҙәк проекттарҙы тормошҡа ашырыу уның бурыстарына инә. А. Бадранов шулай уҡ Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыусылар эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссияға ҡайтанан етәксе итеп тәғәйенләнде. Шул уҡ ваҡытта А. Бадрановҡа бәйле тарих республиканың сәйәси системаһындағы етди проблеманы ла асыҡланы. Төбәк йәмәғәтселеген структур йәһәттән ҡатмарлаштырыу, эске сәйәси талаптарҙы көсәйтеү, бигерәк “башҡорт факторы” менән бәйле булғандарын, МХО – былар барыһы ла бөгөн үк тейешле күҙаллауҙарға эйә булған, милли сәйәсәттең төрлө өлкәләрендә белдекле, тыуған һәм тыуыуы ихтимал булған проблемаларҙы туҡтатасаҡ комплекслы ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле идарасылар әҙерләүҙе талап итә. Дөйөм һығымталар Махсус хәрби операция хәҙерге башҡорт йәмәғәтселегенә етди йоғонто яһаны. Социум эсендә тарҡалыуҙың өҫтәмә линиялары барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостандың урындағы халҡы, дөйөм алғанда, яңы шарттарға яраҡлашты һәм яңы сәйәси ысынбарлыҡты ҡабул итте. Төп социаль төркөмдәр һәм дәүләт араһында махсус иғлан ителмәгән ижтимағи килешеү барлыҡҡа килде – МХО-ға ҡарата түҙемле ҡараш бөгөнгө хәлде һаҡлап ҡалыуға, мобилизацияның икенсе тулҡыны хәүефе тыумауға, патернализм сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға алмаш була ала. Ошо консенсустың тотороҡло булыуын хатта Баймаҡ ваҡиғалары ла үҙенең сәйәси һәм енәйәт эҙемтәләре менән ҡаҡшата алманы. Һәм башҡорт халҡы яғынан был ышаныс ресурсын власть, һис һүҙһеҙ, баһаларға һәм һаҡларға бурыслы. Етмәһә, йәмғиәт үҙе лә ҡатмарлы социомәҙәни хәлдә, урбанизация шарттарында йәшәй, төрлө акторҙарҙың баҫымына дусар ителә. Шуның менән бергә, сәйәси тормоштағы бөгөнгө кире йүнәлештәр һәм шау-шыулы ваҡиғаларға ҡарамайынса, башҡорт йәмәғәтселегенең төпкөлөндә аҡрынлап трансформация процестары йәнләнә бара. Әммә улар ҡатмарлы рәүештә бара, һыҙлатҡыс ыҙғыштар һәм тарҡалыуҙар ҙа тыуҙыра. Башҡорт зыялыларының билдәле бер өлөшөнөң сәйәсиләшеүенә ҡала мәҙәниәтенең көсһөҙлөгө тип тә ҡарарға мөмкин. Төрлө идеологиялар, мифтар тәьҫирендә ҡайһы бер зыялылар, юғары социаль статусҡа өлгәшкәс тә, кинәт карьераһын боҙа, йәмәғәтселек даирәһенә китә, йыш ҡына тотҡонлоҡҡа йәки эмиграцияға эләгә (сәйәсмән А. Дилмөхәмәтов7, элекке уңышлы эшҡыуар Р. Сәйетова8, политтехнолог, журналист Р. Мырҙағолов, БЮТ-тың элекке алып барыусыһы Т. Вахитов, йырсы А. Вәлитов, Башҡортостан дәүләт аграр университетының элекке профессоры Г. Япаров һәм башҡалар). Яңы постаграр башҡорт берҙәйлеге шулай уҡ үҙенең социомәҙәни үҙенсәлектәренә эйә. “Суверенитеттар парады” башҡорттары быуыны кеүек үк, ул Көнбайыш граждандар йәмәғәтселегенә хас булған горизонталь бәйләнештәр түгел, ә власть вертикале һәм дәүләт институттары тирәһендә формалаша. Был уны ярайһы уҡ дәрәжәлә власть системаһына бойондороҡло итә, ә икенсе яҡтан – мәҙәни-тел һәм гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡеүәтле ресурстар бирә. Һәр осраҡта ла милли элитаның рациональ фекер йөрөткән өлөшө ошо барлыҡҡа килгән моделгә альтернатива күрмәй. Был шарттарҙа башҡорт зыялыларына трансформациялана барған йәмәғәтселектең төрлө субкультураларын йыйырға һәләтле берләштереүсе яңы механизмдар өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Социум эсендә ыҙғышлыҡ кимәлен кәметеү буйынса аңлатыу эшен көсәйтеү талап ителә, шул иҫәптән – халыҡтың аграр өлөшөн ауыл башҡорттарын тағы ла дәүләт системаһының репрессив механизмы йоғонтоһона эткән акторҙар тәьҫиренән ҡурсалау өсөн. Азамат БУРАНШИН, тарих фәндәре кандидаты, БР Мәҙәниәт министрлығының Үҙәк дәүләт институты дәүләт автономиялы идаралығының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. 1“Башҡорт” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – экстремистик ойошма тип танылған. 2Фаил Алсынов – “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән. 3Р. Ғәббәсов – сит ил агенттары физик шәхестәр теҙмәһенә индерелгән, “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән. 4ЛГБТ йәмғиәте – Рәсәйҙә тыйылған хәрәкәт. 5“Нурджулар”сектаһы – Рәсәй биләмәһендә тыйылған дини ойошма. 6Р. Мырҙағолов – Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары исемлегенә индерелгән. 7Айрат Дилмөхәмәтов – экстремизм һәм терроризм тураһындағы бер нисә статья буйынса ғәйепле тип танылған. 8Р. Сәйетова – “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән. "Башинформ", Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитенең 17 ғинуар һәм 24 ғинуар һандарында баҫылып сыға. (“Ватандаш” журналынан, 2024 йыл, 7-се һан).