15 ғинуарҙа Башҡортостан кино проекттары питчингында – потенциаль инвесторҙар алдында фильм, сериал йәки йәнһүрәт идеяһының презентацияһында – ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды. Беренсе Башҡорт питчингы кинематография өлкәһе менән шөғөлләнә башлаусыларға федераль кимәлдәге профессионалдарға үҙ проекттарын тәҡдим итергә, эксперт кәңәштәре алырға һәм белем биреү программалары эсендә үҙ идеяларын үҫтерә башларға мөмкинлек бирә. Төп сара быйыл 30 марттан 15 апрелгә тиклем уҙа. - Бөгөн Башҡортостан иҡтисадта ижади секторҙы әүҙем үҫтерә. Хөкүмәт ҡарары менән республикала креатив индустрияларҙы үҫтереүҙең төбәк стандартын индереү буйынса саралар планы ҡабул ителде. Үҙен тап ошо өлкәлә үҫтерергә ынтылған кешеләр һаны өҙлөкһөҙ арта – улар 20 меңдән ашып китте, ә алда тағы ла күберәк булыр. Һәм Башҡортостан кино проекттары питчингы – индустрияға эләгергә, үҙҙәренең интеллектуаль эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен тормошҡа ашырып аҡса эшләй башларға теләүселәр өсөн башлау майҙансығы ул, – тип аңлатт
Башҡортостанда беренсе кинопроекттар питчингына ғаризалар ҡабул ителә
16 января 202516 янв 2025
2 мин