Ҡышҡы каникул көндәрендә Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай башланғыс мәктәп уҡыусылары ауылдаштары "Яҡуп" позывнойлы яугир ағаларынан хәтәр шәп бүләк алып ҡыуанған. Бүләктең дә ниндәйе бит әле! Өр -яңы саңғылар! Был хаҡта уҡытыусылары Миңнур Ильясова хәбәр итә. "Яҡуп" позывнойлы яугиребеҙ ауылда тыуып-үҫте, белемде ошо мәктәптә алды. Әсәһе ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне. Уның рухына бағышлап мәктәпкә ярҙам итәм тигән, хыялым бар ине, ти. Ул беҙгә өр-яңы саңғылар бүләк итте. Уҡыусылар менән саңғы йөрөп тә килдек. Балалар яугир ағаларының бүләгенән бик ҡәнәғәт һәм бар яугирҙәрең дә тиҙерәк яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, донъялар тыныс булһын!" - ти Миңнур Исмәғил ҡыҙы. "Яҡуп" позывнойлы яугир махсус хәрби операцияға барырға контракт төҙөй. Ҡатыны Әлиә менән өс бала үҫтерәләр. Шулай уҡ әле МХО-ла булған Данил атлы яугир ҙә ауылдаштарына Яңы йыл кисәһе үткәреү өсөн аҡса күсергән. Яугирҙәребеҙҙең һәр береһе иҫән-һау булһын, яҡындары янына һау -сәләмә