Найти в Дзене

Йәшәүҙең йәмен тапмайым...

“Мин бала саҡтан нисектер уңмаған кеше булдым, бер нимә лә еңел бирелмәне. Әхирәтем менән бер самараҡ уҡыһаҡ та, ул мәктәптән һуң институтҡа еңел генә уҡырға инде, ә мин конкурстан үтмәнем. Район үҙәгендә тегенсегә уҡыным, әммә ғаилә хәлдәре арҡаһында ауылға ҡайтырға мәжбүр булдым. Шулай итеп, ғаилә ҡороп, тыуған еремдә төпләндем. Тормош юлдашы булған кеше донъя көтөргә дәртһеҙ булып сыҡты, етмәһә, һуңғы йылдарҙа “йәшел йылан” менән ныҡлап дуҫлашты. Икебеҙ бер төптән тартмағас, әлбиттә, тормошобоҙ алға бармай. Иремдең эсеүендә, етешһеҙ йәшәүебеҙҙә уның туғандары тик мине ғәйепләй, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын” тип, ураған һайын әйтеп, әрләп кенә торалар. Уларҙың мине аңламауына үпкәм шул тиклем ҙур, хәҙер береһе менән дә аралашмаҫҡа, саҡырһалар, бармаҫҡа тырышам. Ирҙең туғандары етмәгән, яңыраҡ бер туған һеңлемдән дә ауыр һүҙҙәр ишеттем. “Апай, һин үҙең ғәйепле тормошоң ошолай булыуҙа”, - ти күҙен дә йоммай. Эсмәгән, Себерҙә аҡса эшләгән кейәү менән йәшәгәс, минең хәлемде ҡа

“Мин бала саҡтан нисектер уңмаған кеше булдым, бер нимә лә еңел бирелмәне. Әхирәтем менән бер самараҡ уҡыһаҡ та, ул мәктәптән һуң институтҡа еңел генә уҡырға инде, ә мин конкурстан үтмәнем. Район үҙәгендә тегенсегә уҡыным, әммә ғаилә хәлдәре арҡаһында ауылға ҡайтырға мәжбүр булдым. Шулай итеп, ғаилә ҡороп, тыуған еремдә төпләндем. Тормош юлдашы булған кеше донъя көтөргә дәртһеҙ булып сыҡты, етмәһә, һуңғы йылдарҙа “йәшел йылан” менән ныҡлап дуҫлашты. Икебеҙ бер төптән тартмағас, әлбиттә, тормошобоҙ алға бармай. Иремдең эсеүендә, етешһеҙ йәшәүебеҙҙә уның туғандары тик мине ғәйепләй, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын” тип, ураған һайын әйтеп, әрләп кенә торалар. Уларҙың мине аңламауына үпкәм шул тиклем ҙур, хәҙер береһе менән дә аралашмаҫҡа, саҡырһалар, бармаҫҡа тырышам. Ирҙең туғандары етмәгән, яңыраҡ бер туған һеңлемдән дә ауыр һүҙҙәр ишеттем. “Апай, һин үҙең ғәйепле тормошоң ошолай булыуҙа”, - ти күҙен дә йоммай. Эсмәгән, Себерҙә аҡса эшләгән кейәү менән йәшәгәс, минең хәлемде ҡайҙан аңлаһын? Уға ла шул тиклем үпкәләнем. Әллә ысынлап миндә лә ғәйеп бармы икән? Булһа, нимәлә? Ни өсөн тормоштоң бер йәмен, мәғәнәһен таба алмайым?” Бына ошондай йөкмәткеле хат алдыҡ Рәзифә исемле уҡыусыбыҙҙан. Ул – республика райондарының береһендә йәшәгән 40 йәште тултырған ҡатын, ике бала әсәһе. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ Рәзифәгә? Фото: hysterectomy.org