Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йөк автомобиле "Лада Калина"ны иҙгән

Башҡортостан Республикаһының Иглин районында ике кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 ғинуарҙа төнгө сәғәт икелә М5 “Урал” автомобиль юлының 1536-сы километрында 22 йәшлек водитель “Лада Калина” автомобилендә, Өфө яғынан Силәбе ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, “Ситрак” йөк машинаһына бәрелә. Йөк автомобиленең 55 йәшлек водителе иҫән ҡала, ә “Лада Калина”ның водителе һәм уның 36 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр, онотмағыҙ - ҡышҡы юл икеләтә хәүефле, шуға күрә лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Фото: скриншот.