"Дигер" ҡушаматлы яугир махсус хәрби операция башланғас та контракт төҙөй, дөрөҫөрәге, башта “Вагнер” шәхси хәрби компанияһында хеҙмәт итә һәм унда шартлатҡыстар буйынса махсус әҙерлек үтә. Билдәле сәбәптәр арҡаһында "Вагнер" тарҡалғас, ҡайтып туғандары менән күрешкәндән һуң, 2023 йылдың 7 декабрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. 74-се айырым мотоуҡсылар бригадаһына эләгә. Тәүге һигеҙ айҙа штурмовиктар ротаһының взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә, әлеге ваҡытта Танктарға ҡаршы идара ителгән ракеталар взводының бүлексә командиры. Авдеевка, Бердычи, Красный Яр, Гродовка, Шевченко кеүек биҫтәләрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. "Килешеүгә ҡул ҡуйыуға иң тәүҙә рухи көсөмдө тикшереп ҡарарға теләү этәрҙе, хәҙер күп һынауҙарҙы үткәс, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүемә инандым. Тормошҡа ҡарашым бөтөнләй үҙгәрҙе, үҙемдең генә түгел, дуҫтарымдың да ғүмерен һаҡларға, ҡәҙерләргә өйрәндем. Тыуған атайсалынан алыҫтағы һәр һалдат өсөн иң ғәзиз төшөнсәләр ул – тыуған йорт, ғаилә, атай-әсәй. М