Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Борай районында йәшәүсе ике миллион аҡсаһын юғалтҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлегенә 24 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Егет инвестицияларҙан пассив килем вәғәҙә иткән аферистарҙың тоҙағына эләккән. Былтыр ноябрҙә уға енәйәтселәр шылтыратып, ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән идара итеүгә консультация вәғәҙә итә. Мутлашыусыларға ышанып, егет кредитҡа алынған ике миллион һум аҡсаһын уларға тоттора. Аҡса курьер аша “инвест-консультант”тарға ебәрелә. Аферистар булдырған иҫәптә тәүҙә акцияларҙың үҫеш графигы күрһәтелә, әммә табышты сығарыу мөмкин булмай. Кредит буйынса түләргә ваҡыт етеп, “брокерҙар” бәйләнешкә сығыуҙан туҡтағас, егет үҙен алдағандарын аңлай. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы йәнә уяулыҡҡа саҡыра: еңел һәм тиҙ аҡса вәғәҙә иткән сит кешеләргә ышанмағыҙ. Шикле проекттарға аҡса һалмағыҙ һәм инвестициялар өсөн кредиттар рәсмиләштермәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алдаҡсылар һеҙҙе алдау өсөн теләһә ниндәй хәйлә

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлегенә 24 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Егет инвестицияларҙан пассив килем вәғәҙә иткән аферистарҙың тоҙағына эләккән. Былтыр ноябрҙә уға енәйәтселәр шылтыратып, ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән идара итеүгә консультация вәғәҙә итә. Мутлашыусыларға ышанып, егет кредитҡа алынған ике миллион һум аҡсаһын уларға тоттора. Аҡса курьер аша “инвест-консультант”тарға ебәрелә. Аферистар булдырған иҫәптә тәүҙә акцияларҙың үҫеш графигы күрһәтелә, әммә табышты сығарыу мөмкин булмай. Кредит буйынса түләргә ваҡыт етеп, “брокерҙар” бәйләнешкә сығыуҙан туҡтағас, егет үҙен алдағандарын аңлай. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы йәнә уяулыҡҡа саҡыра: еңел һәм тиҙ аҡса вәғәҙә иткән сит кешеләргә ышанмағыҙ. Шикле проекттарға аҡса һалмағыҙ һәм инвестициялар өсөн кредиттар рәсмиләштермәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алдаҡсылар һеҙҙе алдау өсөн теләһә ниндәй хәйләләр ҡуллана ала. Автор фотоһы.