Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

- Спорт менән Башҡортостанда ике миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә. Былтыр ғына спортсыларға һәм тренерҙарға ярҙам итеү маҡсатында республика бюджетынан 28 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был йәһәттән һәм республика Башлығы иғлан иткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылына бәйле йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк, - тине Андрей Назаров. Башҡортостанда ҡабул ителгән саралар тураһында тулыраҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы – спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа инвалидтар өсөн уңайлы спорт инфраструктураһын ойоштороу, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ихтыяжы бар. “Ҡаһарманлыҡ” проектын тормошҡа ашырыу мөһим пункт булып тора. Был проектҡа ярашлы, Өфөләге Адаптив спорт үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандарының спорт әҙерлеге үҙәге асылды, “Ватан һаҡсылары кубогы” Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу өсөн команда ойошторолдо. Тағы йыл һайын хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн Башҡортостан башлығы кубогына “Яугир” ярыштарын ой

- Спорт менән Башҡортостанда ике миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә. Былтыр ғына спортсыларға һәм тренерҙарға ярҙам итеү маҡсатында республика бюджетынан 28 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был йәһәттән һәм республика Башлығы иғлан иткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылына бәйле йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк, - тине Андрей Назаров. Башҡортостанда ҡабул ителгән саралар тураһында тулыраҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы – спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа инвалидтар өсөн уңайлы спорт инфраструктураһын ойоштороу, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ихтыяжы бар. “Ҡаһарманлыҡ” проектын тормошҡа ашырыу мөһим пункт булып тора. Был проектҡа ярашлы, Өфөләге Адаптив спорт үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандарының спорт әҙерлеге үҙәге асылды, “Ватан һаҡсылары кубогы” Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу өсөн команда ойошторолдо. Тағы йыл һайын хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн Башҡортостан башлығы кубогына “Яугир” ярыштарын ойошторорға ниәтләйҙәр. “Башҡорт вахтаһы” проектына ярашлы, республика предпрятиеларында ситтә эшәлгән 500-ҙән кәм булмаған кешене эш урыны менән тәьмин итеү ҡаралған. Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Республикалағы инвалидтарҙы реабилимтациялау һәм абилитациялау буйынса ҙур эш көтә. Башҡортостандың спорт инфраструктураһын үҫтереү көтөлә. Быйыл “МЁД” универсаль спорт комплексын төҙөп бөтөү планлаштырылған. Октябрьский ҡалаһында бассейн һәм Стәрлетамаҡта физкультура-һауыҡтырыу комплексы булған “Алға” бассейны төҙөлә. “Һәр кем шөғөләнә алырлыҡ спорт” пилот проекты тормошҡа ашырыла башлай. ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы) майҙансыҡтарын һәм “аҡыллы” майҙансыҡтарҙы булдырыу өсөн федераль бюджеттан өс йылға 181 миллиондан ашыу һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Заманса инфраструктура, сараларҙы ойоштороу йәһәтенән бай тәжрибәһе булған Башҡортостан Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү урынына әйләнеп бара. Быйыл 50-нән ашыу ошондай сара ойоштороу ҡаралған. Премьер-министр һығымталар яһап, күп кеше ҡатнашҡан спортҡа айырыуса иғтибар бүлергә, уның менән күптәрҙең шөғөлләнә алыуын, махсус хәрби операция ветерандарын спорт аша адаптациялауға акцент яһап, тәҡдим итергә ҡарар итте. Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/25903/