Найти в Дзене

Мысыр егете яуға киткән

Иглин районында йәшәгән Мысырҙа тыуып-үҫкән ир-ат үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә киткән. Бөгөн ул яраланғандан һуң дауалана. “Египет” позывнойлы яугир Рәсәйгә уҡырға тип килгән. БДПУ-ға уҡырға кергәндә уның ике юғары белеме булған. Белеме буйынса хәүефһеҙлек буйынса инженер булып эшләгән, өс телдә (ғәрәп, инглиз, рус) һөйләшә. Ҡатыны Динара – талантлы музыкант, 16 йәшенән йырҙар яҙа. Йәштәр Өфөлә танышҡан, тәүҙәрәк Динараға уның менән инглиз телендә һөйләшеү ҡыҙыҡлы булған. Бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң йәштәр өйләнешкән. Иренең МХО-ға барыуын Динара ауыр кисергән, әммә аңлап ҡабул иткән. Тәүге тапҡыр яраланғас, “Египет” отпускыға ҡайтҡанда һөйгәне менән туй үткәргән. Икенсе тапҡыр яраланғанда, Динара уның янында бер ай Санкт-Петербург госпиталендә булған. Иренә Бахмут янындағы яуҙа алған яраһынан һуң аяҡҡа баҫыуҙың ауыр миҙгелдәрен кисерергә ярҙам иткән. “Египет” штурм бригадаһында рядовой булып хеҙмәт иткән һәм үҙен ысын герой итеп күрһәткән. Әле ул дауалана, тиҙҙ

Иглин районында йәшәгән Мысырҙа тыуып-үҫкән ир-ат үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә киткән. Бөгөн ул яраланғандан һуң дауалана. “Египет” позывнойлы яугир Рәсәйгә уҡырға тип килгән. БДПУ-ға уҡырға кергәндә уның ике юғары белеме булған. Белеме буйынса хәүефһеҙлек буйынса инженер булып эшләгән, өс телдә (ғәрәп, инглиз, рус) һөйләшә. Ҡатыны Динара – талантлы музыкант, 16 йәшенән йырҙар яҙа. Йәштәр Өфөлә танышҡан, тәүҙәрәк Динараға уның менән инглиз телендә һөйләшеү ҡыҙыҡлы булған. Бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң йәштәр өйләнешкән. Иренең МХО-ға барыуын Динара ауыр кисергән, әммә аңлап ҡабул иткән. Тәүге тапҡыр яраланғас, “Египет” отпускыға ҡайтҡанда һөйгәне менән туй үткәргән. Икенсе тапҡыр яраланғанда, Динара уның янында бер ай Санкт-Петербург госпиталендә булған. Иренә Бахмут янындағы яуҙа алған яраһынан һуң аяҡҡа баҫыуҙың ауыр миҙгелдәрен кисерергә ярҙам иткән. “Египет” штурм бригадаһында рядовой булып хеҙмәт иткән һәм үҙен ысын герой итеп күрһәткән. Әле ул дауалана, тиҙҙән уға миҙал тапшырасаҡтар”, - тип яҙған Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. Фото: "Башинформ".