Найти в Дзене

Күптәнге проблема хәл ителде

Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында 2024 йылда һыу үткәргес селтәре участкаһын реконструкциялауҙы башҡарғандар. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә алып барылған. Туймазы ҡалаһының үҙәк урамы – Ленин проспектындағы һыу үткәргесте ремонтлау мөһим бурыс булып торҙо, сөнки эксплуатациялаған йылдарҙа селтәр ташландыҡ хәлгә килгән. Авария булған осраҡта ҡала һыу каналы хеҙмәткәрҙәренә күптән түгел урамды төҙөкләндереү барышында һалынған юл япмаһын емереп асырға тура килер ине. Ремонт эштәре барышында “Заманса реновация системалары” генераль подряд ойошмаһы белгестәре бер километрҙан ашыу һыу үткәргесте горизонталь йүнәлештә быраулау алымы менән монтажлаған. Бындай технология классик коммуникациялар үткәреүгә алмашҡа килде, ул осраҡта байтаҡ ер эштәре талап ителә ине. 280 мм диаметрлы полимер торбалар файҙаланылған. Яңы селтәрҙәр үткәреү ғәмәлдәгеләре менән параллель рәүештә алып барылған. Иҫке торба үткәргесенән күсереү гидродинамик һынауҙар һәм дезинфекцияны индереп, бөтә эштәр комплексы тамамланғас ҡына башҡарылған. Финал этабында ҡайһы бер участкаларҙа газон һәм тротуар плитәһе тергеҙелгән. Коммуникациялар ҡала халҡына 50 йылдан ашыу хеҙмәт итәсәк. Реконструкция тамамланғас, ҡаланың үҙәк өлөшөндә йәшәүсе меңдән ашыу кеше таҙа эсәр һыуға тоташҡан. Селтәргә шулай уҡ бик күп социаль, коммерция һәм транспорт инфраструктураһы объекттары, шул иҫәптән тимер юл вокзалы һәм хакимиәт бинаһы тоташтырылған. Күп йылдар дауамында тотороҡло һыу менән тәьмин итеү етешмәү мәсьәләһен хәл итеп, һыу үткәргесте реконструкциялау ҡала халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға мөһим өлөш индерҙе. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Әлеге ваҡытта уны "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты дауам итә. Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.