Найти в Дзене

Хәҙер йыл әйләнәһе йөрөп була

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2024 йылда Бөрө - Таҫтүбә - Һатҡы юлының 40 саҡрымдан ашыуы төҙөкләндереүҙе тамамланылар. 2025 йылдың 1 ғинуарынан “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты саралары “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектында (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) дауам итә. Был милли проект та Президенты Владимир Путиндың указдары менән тормошҡа ашырыла. Реконструкция барышында подрядсылар ер япмаһы эшләгән, һыу бүлгес һәм урындағы таҙартыу ҡоролмалары, автобус туҡталыштары, ял майҙансыҡтары ҡоролмаларын башҡарған. Бынан тыш, 3,5 километр оҙонлоҡтағы Буртым ауылын урап үтә торған юл, 60 погон метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы Оло Бәрҙәш йылғаһы аша күпер һалынған, Ҡартъя йылғаһы аша күпергә капиталь ремонт эшләнгән, ете аркалы күпер һәм 75 һыу үткәреүсе торба монтажланған. – Хәҙер Бөрө - Таҫтүбә - Һатҡы юлы асфальт-бетон япмалы, дөйөм оҙонлоғо 250 километр тәшкил итә һәм III категорияға тап килә. Ул төньяҡ-көнсығыш райондарҙы республика үҙәге менән тоташтыра, шулай уҡ Башҡортостандың күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шулай уҡ юлдың ошо участкаһын файҙаланыуға тапшырыу М-5 “Урал” федераль трассаһын бер аҙ бушатасаҡ, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Элек был юл йыл әйләнәһенә эшләмәй ине: Өфө йылғаһы аша күпер булмай, ҡышын боҙ кисеүе аша, ә йәйен паром менән йөрөйҙәр ине. Ҡариҙелдән Таҫтүбәгә тиклемге 65 саҡрымлыҡ юл ҡатнаш япмалы булған. Уның буйынса насар һауа шарттарында хәрәкәт итеүе ҡыйынлашҡан. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.