Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән документтар ҡабул итә башлаясаҡтар. Ул ауыл хужалығы ойошмаларының йәш белгестәренә 750 мең һум аҡсаны бүлеүҙе күҙ уңында тотоп, агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә күрһәтеләсәк. – Ағымдағы йылдан "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" яңы милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») старт ала, уның башланғыстарының береһе – "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар”. Уның маҡсаты – 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95 процентҡа тиклем кадрҙар менән тәьмин итеү. Бының өсөн тармаҡты йәш белгестәр өсөн ҡыҙыҡлыраҡ итергә һәм заман талаптарына ярашлы юғары әҙерлек кимәлен тәьмин итергә кәрәк, – тине Башҡортостандың Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашы