Тәфтишселәр Мәсетле районында йәшәгән кешегә ҡарата “ҡорал ҡулланып ҡылынған хулиганлыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 ғинуарҙа 31 йәшлек ир кафела һаҡсы һәм атаһы менән булған конфликт арҡаһында бер төркөм кешеләр менән мөнәсәбәттәрен асыҡларға ҡарар иткән. Оло Ыҡтамаҡ ауылы урамында ул ҡушкөбәкле мылтығын сығарып ике тапҡыр һауаға атҡан, шунан һуң бәхәскә ингән кешеләрҙе ҡурҡытып маташҡан. Уның законды боҙған ғәмәлдәре полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла. Был осраҡта бер кем дә зыян күрмәгән. “Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, тикшереү эштәре алып барыла, иҫкәртеү сараһын һайлау мәсьәләһе хәл ителә, тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауын дауам итә. Тикшереү барышында шулай уҡ атыу ҡоралын законһыҙ һаҡлау һәм йөрөтөү йәһәтенән ғәйепләнеүсе эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк”, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Фото: скриншот.