Агросәнәғәт комплексын үҫтереү – республика Хөкүмәтенең төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлегенең мөһим стратегик йүнәлештәренең береһе, тип билдәләне Андрей Назаров. – Бында ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе арттырыу буйынса планлы эш алып барырға кәрәк, – тине Премьер-министр. Был хаҡта ентекләберәк Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. 2025 йылда ауыл хужалығы өлкәһендәге эш агросәнәғәт комплексының стратегик йүнәлештәрен үҫтереүгә, етештереү һөҙөмтәлелегенә һәм инвестиция проекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк, тине ул. Үҫемлекселек Сәсеү кампанияһын үткәреү мөһим бурыс булып ҡала. Уның суммаһы 2025 йылда 30 миллиард һумға тиклем артасаҡ. Һәм бөгөн финанслау сығанаҡтарын эҙләү әүҙем бара. 2025 йылда төбәктә ауыл хужалығы культураларын сәсеү майҙаны 2 миллион 806 мең гектар, шул иҫәптән яҙғы сәсеү 2 миллион 204 мең гектар тәшкил итәсәк. Малсылыҡ Тармаҡты индустриялаштырыу иҫәбенә мал һәм ҡош ите, тауар һөтө етештереү күләмен арттырыу дауам ителәсәк. Тармаҡ үҫешенең мөһим факторы булып яңыларын әүҙем төҙөү, шулай уҡ булған комплекстарҙы реконструкциялау һәм модернизациялау тора. 2024 йылда һөт-тауар комплекстарын төҙөү һәм модернизациялау буйынса өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар тауар секторында һөт етештереүҙең артабанғы үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Техник модернизация Техник һәм технологик модернизация тармаҡ үҫешенең төп факторы булып ҡала. Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда техника һатып алыуҙың үҫеш темпы ике тапҡырға артҡан. 2019 йылдан алып аграрийҙар йәмғеһе 64 миллиард һумға 18 мең берәмек яңы техника һәм ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алған. Техниканы яңыртыу өсөн төп дәртләндереү факторы булып республика ярҙамы күрһәтеү тора. 2019 йылдан 2024 йылға тиклем республика бюджетынан техника һатып алыуҙы субсидиялауға бөтәһе 8,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Агросәнәғәт комплексына инвестициялар Башҡортостанда ауыл хужалығын һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү өсөн инвестициялар драйвер булып ҡала. БР агросәнәғәт комплексында 102,9 миллиард һумлыҡ 74 өҫтөнлөклө инвестиция проекты әүҙем тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә туғыҙ мең самаһы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте һәм агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау Республика предприятиелары төп аҙыҡ-түлек ассортиментын тулыһынса тиерлек етештерә. 2025 йылда аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр етештереү күләмен 180 миллиард һумға тиклем арттырыу бурысы ҡуйыла. Республиканың агросәнәғәт комплексы юғары экспорт потенциалын күрһәтеүен дауам итә. Биш йыл эсендә республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау өс тапҡырға артҡан. Башҡортостан продукцияһын донъяның 41 иленә оҙата. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм кадрҙар эше “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан бүленгән средстволар күләме буйынса Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә. Ауыл халҡының йәшәү кимәлен күтәреү һәм йәштәрҙе ауылдарға йәлеп итеү тармаҡты уңышлы үҫтереү өсөн мөһим факторҙар булып тора. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2025 йылға республикала “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға федераль бюджет күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итә. Тармаҡты популярлаштырыу һәм иртә һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында агрокластар булдырыу буйынса эш дауам итә. Бөгөн республикала 130-ҙан ашыу агрокласс булдырылған. Ултырыш аҙағында Премьер-министр Андрей Назаров 2025 йылда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе 268 миллиард һумға тиклем арттырырға кәрәк, тип билдәләне. Фото: pravitelstvorb.ru
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 268 миллиард һумға тиклем артасаҡ
14 января14 янв
3 мин