Быйыл илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Ошондай мөһим тарихи йылдың башында – 21 ғинуарҙа Өфөлә билдәле Совет һәм Рәсәй ғалимы-нефтсеһе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғайса улы Өмөтбаев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Иҫтәлекле таҡтаташ баш ҡалабыҙҙың Минһажев урамындағы 59/2 йорт фасадына ҡуйылған, ғалим һуңғы йылдарҙа шунда йәшәгән. Таҡтаташты асыу тантанаһында Вил Ғайса улының туғандары һәм яҡындары, уның хеҙмәттәштәре һәм яҙыусылар ҡатнашты. Мәрхүмдең улы, техник фәндәр кандидаты, “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең әйҙәүсе инженеры Вадим Өмөтбаев сығышында БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовҡа атаһының хәтерен мәңгеләштереүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Атайым әҙәпле, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта бик тыйнаҡ кеше булды. Уның бала сағы аяуһыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ябай ауыл малайы белемгә ынтылышы, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында юғарылыҡҡа ө