Яңы йыл алдынан хеҙмәттәшебеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр эштәре буйынса бүлеге белгесе Ләйсән Рабаданова көтөлмәгән яңылыҡ менән шаҡ ҡатырҙы: махсус хәрби операция зонаһына, госпиталдәге яугирҙәргә ярҙамға йүнәләм, байрамдар осорон – ике аҙнаны ошо эшкә бағышларға ниәтләйем, тине. Әлбиттә, тормош иптәше махсус хәрби операцияла булған, ике ҡыҙы, оло йәштәге әсәһе менән донъя көткән Ләйсәндең был аҙымын аптырап ҡабул итеүселәр ҙә булманы түгел. “Балаларыңды уйлайһыңмы?”, “Ауырлыҡтарға түҙерһеңме?”, тип шикләнгәндәрҙе тағы бер хайран итеп, ҡышҡы һалҡын көндә алыҫ юлға сыҡты Ләйсән Фларит ҡыҙы. Әлбиттә, бер үҙе түгел. “Беренсе юрта” проекты республикала 2024 йылдың ноябренән тормошҡа ашырыла, уға республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко етәкселек итә. Проекттың концепцияһы буйынса, ете ирекмән ҡатын-ҡыҙ ике аҙнаға хәрби операция һыҙығына, госпиталгә йүнәлә һәм яралыларға ярҙам күрһәтә. Ләйсән Фларит ҡыҙы алыҫ юлдан йөрөп ҡайтҡас, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ, күҙаллауҙар менән ысынбарлыҡтың ни тиклем айырылғанын асыҡланыҡ. – Тәүге сиратта, ошо аҙымға нисек йөрьәт итеүең тураһында әйтеп үт әле. – Был проект тормошҡа ашырыла башлағас та, ҡатнашыу теләге уянды. Эшемә бәйле, бик күп кешеләр менән аралашам, ирекмәнлек менән шөғөлләнәм, шуға күрә яу яланында яраланған ҡаһарман яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү теләге күптән бар ине. Был йөрәктән килгән теләк, уйлап яһалған аҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, икенсе ағым ирекмәндәре менән үк юлға сығырға тейеш инем, әммә Алтынсы бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ойоштороу эштәре күп булып сәбәпле, бер аҙ кисектереп торорға тура килде. Әлбиттә, миңә шылтыратып, “бәләкәй балаң бар, ғүмер менән шаярма”, тип өгөтләүселәр ҙә булды. Әммә үҙем өсөн хәл иткәйнем: ысынбарлыҡты күреп, хәлдән килгәнсә, яугирҙәргә ярҙам күрһәтеп ҡайтам, тинем. Унан тыш, Яңы йыл алдынан да барыуым юҡҡа түгел – оло тормош һынауҙары алдында ҡалған егеттәргә байрам рухын еткергем, аҙ ғына булһа ла күңелдәрен йылытҡым килде. – Көткән менән күргән берме һуң? – Ғөмүмән, кемгәлер эскерһеҙ ярҙам күрһәтеү күңелгә тыныслыҡ, рәхәтлек бирә. Ошо төп маҡсат этәрҙе тынғыһыҙ сәфәргә. Әлбиттә, һуғыш барған алғы һыҙыҡтан йыраҡ булмаған урында тормош бөтөнләй икенсе. Йәшәйешем госпиталгә тиклем һәм госпиталдән һуң булған ике осорға бүленде. Ундағы ысынбарлыҡты, барып күрмәйенсә, күҙаллауы бик ауыр. Алдан, үҙемсә, әҙерләндем һымаҡ, “ауырлыҡтар булыр, донъя күрмәгән кешеме ни мин”, тип уйланым. Әммә Луганск ҡалаһына барып еткәс, кинәт ҡаушап ҡалдым: ҡайҙа эләктем мин, был миңә кәрәк инеме? Госпиталдә ауыр йәрәхәтле, көндәлек ярҙамға мохтаж ир-егеттәр бик күп. Хатта эште нимәнән башларға икән тип, бер аҙ аптырап ҡалдыҡ тәүҙә. Һалдаттар иһә, “һеҙ яңы килгәндәрме”, тип һорай. Юғалып ҡалғанбыҙ күҙҙәребеҙҙән күренгәндер инде. Хирургия бүлегенә эләктек. Ундағы яралылар менән аралашҡан һайын, госпиталгә юҡҡа бармағанымды төшөндөм. Ир-егеттәрҙең төрлөһө бар – йәше лә, олоһо ла. Илебеҙҙең төрлө тарафтарында тыуып-үҫкәндәр, барыһы ла дәүләт именлеге өсөн алышҡан яугирҙәр. Улар дауалауға ғына түгел, йылы һүҙгә, иғтибарға, аралашыуға бик мохтаж. – Байрам рухы тигәс, нисегерәк булды? – Беҙ Өфөнән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу кейемдәрен, төрлө бүләктәр алып киткәйнек. Госпиталь етәкселегенән һораныҡ, ул беҙгә Яңы йыл төнөндә һалдаттарҙы ҡотларға рәхсәт бирҙе. Һәр бер бүлектә йөрөп сыҡтыҡ, егеттәргә русса, башҡортса йырҙар йырланыҡ. Әйткәндәй, телебеҙҙе Кавказ, ҡалмыҡ халыҡтары яҡшы аңлай. Егеттәрҙе лә ҡатнаштырҙыҡ, шиғырҙар һөйләтеп, йырҙар йырлатып, бүләктәр бирҙек. Ә бит, ауыр ысынбарлыҡҡа ҡарамаҫтан, бөтәһе лә байрам көткән! Яңы йылда яҡындары эргәһендә булмағандар өсөн саҡ ҡына булһа ла байрам рухын булдыра алдыҡ – бик күп рәхмәт һүҙҙәрен ишеттек. – Ниндәй мәл бигерәк тә иҫтә ҡалды? – Хеҙмәттәшем Зөһрә Динислам ҡыҙы Бүләкова менән бергә булғас, гел башҡортса һөйләшеп йөрөнөк. Кешеләр исемде һорай ҙа, Ләйсән икәнде белгәс, “Ләйсән Үтәшева һеҙҙеке бит”, тип әйтәләр. Исемде әйтә алмағандар ҙа булды, улар “Утяшева”, тип өндәште. Ә мине бигерәк тә исемемдең данлыҡлы милләттәшебеҙ, билдәле гимнаст, донъя чемпионы менән ассоциацияланыуы ҡыуандырҙы. Шулай бер кис процедуралар ваҡытында, Зөһрә апай менән әкрен генә башҡортса һөйләшә-һөйләшә, палаталар буйлап йөрөйбөҙ, коридорҙа ла бер аҙ гәпләшеп торҙоҡ. Унда иһә әле генә яу яланынан сығарылған һалдаттар ята ине. Зөһрә апайҙан һорайым: “1-се палаталағы егетте ашаттыңмы?” Ул: “Эйе, ашаттым”, – тип яуап ҡайтарҙы. Шул саҡ эргәлә генә бер тауыш сыҡты: “Мин дә ашайым...” Тәүҙә аңламай торҙоҡ – башҡортса булдымы, ҡолаҡҡа ишетелдеме? Баҡһаң, яҡташыбыҙ икән, Башҡортостандан. Туған телен ишетеп, беҙгә өндәшкән. Әлбиттә, яралары бик ауыр ине. Әле лә ул егет менән бәйләнештәбеҙ, шөкөр, һауығыуға бара. Ғөмүмән, госпиталдә Башҡортостан егеттәре күп осраны. Һәр яҡлап, хәлдән килгәнсә, ярҙам күрһәтергә тырыштыҡ. Телефондары юҡ икән, ата-әсәләренә, ҡатындарына шылтыраттыҡ – яҡындары өсөн ошонан да ҙур ҡыуаныс бармы? Мәҫәлән, ауыр яра алған 27 йәшлек милләттәшебеҙ менән осраштыҡ. Телефоны ла юҡ, ғөмүмән, оло йәштәге әсәһен борсомайым тип, госпиталгә эләккәнен хәбәр итергә теләге лә юҡ ине. “Билдәһеҙлектә йәшәгәнсе, имен-һау икәнлегеңде белһен”, – тип, әсәһенә шылтыраттырҙыҡ. Әсәнең, улының тауышын ишеткәс, ни тиклем шатланғанын белһәгеҙ... Әле иһә, йөрөп ҡайтҡас, ҡайһы бер яҡташтарыбыҙҙың яҡындары эргәһенә барып, улдарының сәләмдәрен еткерергә теләгебеҙ бар. – Бергә барған ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ла әйтеп үтһәң... – Проект буйынса, республика госпиталгә ике аҙналыҡ ярҙамға ете ҡатын-ҡыҙҙы ебәрә. Әлбиттә, һәр ҡайһыһы һайлау этабын үтә. Тормош һәм һөнәри тәжрибәгә, лидерлыҡ сифатына эйә булған ҡатындарға – өҫтөнлөк. Мәҫәлән, минең менән барған ҡатын-ҡыҙҙар араһында төрлө кимәлдәге етәкселәр, һөнәр эйәләре, шул уҡ ваҡытта әсә-өләсәй булғандар бар ине. Бәләкәй генә, шарттары үтә ябай булған фатирҙа ике аҙна бергә йәшәргә, ялһыҙ эшләргә кәрәк. Көнкүреш йәһәтенән тулыһынса үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләнек. Ир-егеттәргә иһә төрлө ярҙам күрһәттек. Кемдер үҙе ашай ҙа алмай; бәғзеһен етәкләп ашханаға алып барабыҙ, тәмәке тартырға алып сығабыҙ. Процедуралар ваҡытында хәстәрлек күрһәтәбеҙ, йыуындырабыҙ, кейендерәбеҙ, сәсен алабыҙ һәм башҡалар. Бер-ике кәлимә йылы һүҙ ишетергә лә можтаж улар – эргәләренә ултырып хәл-әхүәлен белешһәң дә - файҙа. ...Һуғыш һулышын тойоп, уның эҙемтәләрен үҙ күҙҙәрең менән күргәс, иланыңмы, тип һорағандар бар. Юҡ, ни тиклем ауыр булһа ла, эш ваҡытында күҙ йәше түгеп ултырманыҡ, рух ныҡлығы күрһәттек һәм яугирҙәребеҙгә лә йәшәү көсө бирергә тырыштыҡ. Ә инде, тыуған яҡҡа табан юлға сыҡҡанда, эстә ниндәйҙер бушлыҡ хасил булды, эш эшләнеп бөтмәгән һымаҡ тойғо ҡалды. Бына шунда инде, үҙ-ара, бер рәхәтләнеп илашып алдыҡ... Бына ошо бушлыҡты тултыраһым бар, тип хәл иттем. Форсат сығыу менән тағы ла алыҫ юлға сығам, хәлдән килгәнсә ил именлеген һаҡлаған һалдаттарыбыҙға ярҙам күрһәтәм, тип һүҙ бирҙем үҙемә. Был – күңел талабы, йөрәк ҡушҡан ғәмәл. Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште. Фото геройҙың шәхси архивынан.
Яңы йыл алдынан хеҙмәттәшебеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр эштәре буйынса бүлеге белгесе Ләйсән Рабаданова көтөлмәгән яңылыҡ менән шаҡ ҡатырҙы: махсус хәрби операция зонаһына, госпиталдәге яугирҙәргә ярҙамға йүнәләм, байрамдар осорон – ике аҙнаны ошо эшкә бағышларға ниәтләйем, тине. Әлбиттә, тормош иптәше махсус хәрби операцияла булған, ике ҡыҙы, оло йәштәге әсәһе менән донъя көткән Ләйсәндең был аҙымын аптырап ҡабул итеүселәр ҙә булманы түгел. “Балаларыңды уйлайһыңмы?”, “Ауырлыҡтарға түҙерһеңме?”, тип шикләнгәндәрҙе тағы бер хайран итеп, ҡышҡы һалҡын көндә алыҫ юлға сыҡты Ләйсән Фларит ҡыҙы. Әлбиттә, бер үҙе түгел. “Беренсе юрта” проекты республикала 2024 йылдың ноябренән тормошҡа ашырыла, уға республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко етәкселек итә. Проекттың концепцияһы буйынса, ете ирекмән ҡатын-ҡыҙ ике аҙнаға хәрби операция һыҙығына, госпиталгә йүнәлә һәм яралыларға ярҙам күрһәтә. Ләйсән Фларит ҡыҙы алыҫ юлдан йөрөп ҡайтҡас, уның менән әңгәмә ҡор