Февраль айында Милли әҙәбиәт музейында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата асыла торған күргәҙмә шулай тип атала. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Башҡорт тарихының йырсыһы" тигән күргәҙмә әҙерләй. Милли әҙәбиәт музейында китаптар һәм ҡулъяҙмалар менән бер рәттән, республиканың билдәле шағирҙары һәм яҙыусыларының шәхси әйберҙәре лә һаҡлана. Шул иҫәптән, бында Я.Хамматовтың шәхси әйберҙәре, фотографиялары, документтары, ҡулъяҙмалары, машина яҙмалары, китаптары һаҡланған фонд та бар. Яңы күргәҙмә Я. Хамматовтың ижадын үҙ итеүселәр генә түгел, бөтә әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә мөһим ваҡиға булыр. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарына күренекле әҙәбиәт эшмәкәренең тормошон