Найти в Дзене

Иғтибар, республика юлдарында ваҡытлыса сикләү индерелде!

Бөгөн сәғәт 20.00 сәғәттән Дүртөйлө – Нефтекама автомобиль юлының 0 – 87 километрында (Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы райондарында), Дүртөйлө – Борай автомобиль юлының 0 – 63 километрында (Дүртөйлө, Борай райондарында) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Сәбәбе етди – көслө ҡар яуа, ел-буран ҡотора, юлдарҙа һырынты, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеге сикләнгән. Әлегә сикләү ваҡыты 22 ғинуарҙың 07.00 сәғәтенә тиклем индерелгән, тип белдерәләр. М7 "Волга" автомобиль юлының 1169 километрынан (Татарстан Республикаһы сигендә) 1231 километрына тиклем (Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үткән юл) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләнгән. Шулай уҡ Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында, М-12 “Восток”ҡа инеү урынында ла хәрәкәт сикләнгән. Хәрәкәт сикләүҙәрҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 22 ғинуарҙың 08:00 сәғәтенә тиклем. Өфө - Инйәр - Белорет юлының 67 - 222 километрында (Архангел, Белорет райондары) йөк

Бөгөн сәғәт 20.00 сәғәттән Дүртөйлө – Нефтекама автомобиль юлының 0 – 87 километрында (Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы райондарында), Дүртөйлө – Борай автомобиль юлының 0 – 63 километрында (Дүртөйлө, Борай райондарында) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Сәбәбе етди – көслө ҡар яуа, ел-буран ҡотора, юлдарҙа һырынты, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеге сикләнгән. Әлегә сикләү ваҡыты 22 ғинуарҙың 07.00 сәғәтенә тиклем индерелгән, тип белдерәләр. М7 "Волга" автомобиль юлының 1169 километрынан (Татарстан Республикаһы сигендә) 1231 километрына тиклем (Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үткән юл) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләнгән. Шулай уҡ Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында, М-12 “Восток”ҡа инеү урынында ла хәрәкәт сикләнгән. Хәрәкәт сикләүҙәрҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 22 ғинуарҙың 08:00 сәғәтенә тиклем. Өфө - Инйәр - Белорет юлының 67 - 222 километрында (Архангел, Белорет райондары) йөк һәм пассажир транспорты өсөн юл 22 ғинуарҙың 07.00 сәғәтенә тиклем ябылды. М-5 "Урал" юлында (Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан республикаларында) 1194 километрында (Һамар өлкәһ сигендә) - 1363 километрында (Бүздәк ауылында) автобустар, маршрут таксиҙары, йөк автомобилдәре хәрәкәте сикләнде. Ул ваҡыт 22 ғинуарҙың 08.00 сәғәтенә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһы хәлде күҙәтеүен дауам итә. Бөтә сикләүҙәр тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк. Хөрмәтле водителдәр, бындай һауа шарттарында алыҫ сәфәргә, юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ! Рәмилә МУСИНА фотоһы.