Ҡамыр өсөн кәрәк: аҡ май – 200 грамм (туң булырға тейеш), он – 500-550 грамм, һыу – 100 мл, шәкәр – 100 грамм, самалап сода һәм тоҙ. Эслек: ҡара емеш – 200 грамм, күрәгә – 200 грамм, лимон – ике дана, шәкәр – туғыҙ аш ҡалағы. Әҙерләү барышы Һыуыҡ аҡ майҙы он менән ыуырға, (бер-ике аш ҡалағы онтаҡты бәлеш өҫтөнә һибеү өсөн айырып алабыҙ). Шәкәр, сода, тоҙ өҫтәп, йылымыс һыуҙы самалап ҡойоп, һығылмалы йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Уны пленка йәки таҫтамал менән ҡаплайбыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ҡара емеш, күрәгә һәм лимонды (һәр береһен айырым) блендерҙа ваҡлайбыҙ. Һәр береһенә өсәр аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып бутайбыҙ. Лимонлы эслек бер аҙ әскелтем буласаҡ, әгәр татлы ризыҡ яратһағыҙ, уныһына биш аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалырға мөмкин. Ҡамырҙы дүрт киҫәккә бүләбеҙ. Бер өлөшө башҡаларҙан саҡ ҡына ҙурыраҡ булырға тейеш, шуныһын йәйеп, пергамент менән ҡапланған табаға һалабыҙ. Артабан ҡара емештән яһалған эслекте йәйеп, йоҡа ғына ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Икенсе ҡатта – күрәгә, тағы ҡамыр, өсөнсөл