10 ғинуарҙан Рәсәйҙең бөтә авиакомпаниялары 12 йәшкәсә балалар өсөн 50 процент ташлама бирә. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путинға Транспорт министрлығы етәксеһе Роман Старовойт Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә барышында хәбәр итте. Министр һүҙҙәренсә, 1 ғинуарҙан бөтә пассажирҙарҙың 95 проценттан ашыуын ташыған Рәсәйҙең 23 эре авиакомпанияһы 12 йәшкә тиклемге балаларға эске йүнәлештәр буйынса, бизнес-кластан тыш, бөтә ғәмәлдәге тарифтар сиктәрендә ярты хаҡҡа билет һата башланы. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова быға ҡарата фекерен уртаҡлашып: - Был мәсьәләне уҙған йылдың декабрендә Рәсәй Президентының тура бәйләнешендә Сорғот ҡалаһынан күп балалы әсәй “балалы ғаиләләргә, бигерәк тә күп балалыларға осоу ауыр, сөнки балалар өсөн авиабилеттар өлкән кеше өсөн кеүек тора” тип әйтеүен яҡшы хәтерләйем. Ул йылына бер тапҡыр отпускҡа осоу тураһында һөйләне, әммә ташлама ғаилә бюджетын отпускыла ғына түгел, ә, мәҫәлән, ял көндәрендә осоуҙа ла экономиялауға б
12 йәшкәсә балалары булған ғаиләләргә һөйөнөслө яңылыҡ
14 января 202514 янв 2025
1 мин