Ҡариҙел районында кешеләр саҡ һәләк булмаған. Өс ир-ат һәм бер үҫмер ҡаргиҙәрҙә һәм квадроциклда Павловка һыу һаҡлағысында боҙға сыҡҡан. Боҙ техника ауырлығынан сатнап, улар һыу аҫтына китә башлаған. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һөйләне. Һәләкәт урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары сыҡҡан. “Бәхеткә кешеләр зыян күрмәгән, быны әлеге хәлдә бәхет тип һанарға мөмкин. Һауа торошо ниндәй булған хәлдә лә, боҙға сығыу һәр ваҡыт хәүеф менән янай, бигерәк тә температура 0 градуста тирбәлгәндә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киҫәтеүҙәргә һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ҡарамаҫтан, уйламай эш итеүселәр табылып тора. Ярай әле, был юлы ҡорбандар юҡ, ә бит бындай хәлдәр бик етди эҙемтәләргә лә килтереүе мөмкин, шул иҫәптән йәрәхәтләнеүҙәргә, хатта үлемгә лә”, - ти ведомство етәксеһе. Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Фото: К. Первовтың телеграм каналы.