9 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Кушнаренко районында булды. Унда ул тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы – Кушнаренко ауылындағы Топорниндар усадьбаһын ҡараны. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң бинала балалар приюты, йәшелсә-емеш техникумы урынлашҡан, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында Коминтерндың разведка мәктәбе булған. 90-сы йылдарҙағы янғын бинаға ныҡ зыян килтергән, шуға күрә был мәҙәни-тарихи мираҫ объектын реставрациялау мәсьәләһе киҫкен тора. Йортто реконструкциялау проекты Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында ҡатнашҡан, әммә еңеүселәр иҫәбенә инмәгән. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров районға һәм был объектҡа айырым иғтибар итте. Уның фекеренсә, Кушнаренко районы туристарҙы йәлеп итеүсе яңы нөктәгә әйләнә ала. Ул Топорниндар усадьбаһын тергеҙергә ҡушты. – Топорниндар усадьбаһы – үҙенсәлекле урын. Уның әле ниндәй хәлдә булыуын барығыҙ ҙа күрҙегеҙ. Беҙгә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Бәлки