Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әүҙем эшмәкәрлек емештәрен бирә

Башҡортостанда етештерелгән импортты алмаштырыусы сәнәғәт продукцияһы күләме уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, 2023 йыл кимәленән ике тапҡырға артып, 380 миллиард һумға етте. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итте. Производствоны үҫтереүҙең бындай динамикаһына төбәктең индустриаль кластерҙарын үҫтереү буйынса әүҙем сәйәсәт һөҙөмтәһендә өлгәшкәндәр. 2022 йылдан Башҡортостанда төрлө йүнәлештәге 23 сәнәғәт кластеры булдырылған. Улар илдең төрлө төбәктәренән 288 предприятиены берләштерә. Ғәмәлдәге кластерҙарҙың дөйөм һаны буйынса республика илдә алдынғы урындарҙы биләй. Рәсәйҙә барлығы 85 индустриаль кластер үҫешә. – Республика һәм башҡа төбәктәр предприятиеларының кооперацияһы Башҡортостанда импортты алмаштырыусы продукция сығарыуҙы арттырыу мөмкинлеген бирҙе, – тине Александр Шельдяев. – 2024 йылда бындай производстволарҙың дөйөм һаны, 50 процентҡа артып,

Башҡортостанда етештерелгән импортты алмаштырыусы сәнәғәт продукцияһы күләме уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, 2023 йыл кимәленән ике тапҡырға артып, 380 миллиард һумға етте. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итте. Производствоны үҫтереүҙең бындай динамикаһына төбәктең индустриаль кластерҙарын үҫтереү буйынса әүҙем сәйәсәт һөҙөмтәһендә өлгәшкәндәр. 2022 йылдан Башҡортостанда төрлө йүнәлештәге 23 сәнәғәт кластеры булдырылған. Улар илдең төрлө төбәктәренән 288 предприятиены берләштерә. Ғәмәлдәге кластерҙарҙың дөйөм һаны буйынса республика илдә алдынғы урындарҙы биләй. Рәсәйҙә барлығы 85 индустриаль кластер үҫешә. – Республика һәм башҡа төбәктәр предприятиеларының кооперацияһы Башҡортостанда импортты алмаштырыусы продукция сығарыуҙы арттырыу мөмкинлеген бирҙе, – тине Александр Шельдяев. – 2024 йылда бындай производстволарҙың дөйөм һаны, 50 процентҡа артып, 120-гә етте. Кластерҙарҙа ҡатнашыусыларҙың федераль һәм республика ярҙамы сараларының киң исемлегенән файҙалана алыуын билдәләп үтергә кәрәк. Улар иҫәбендә – Рәсәй һәм Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фондтарының маҡсатлы займдары, шулай уҡ льготалы банк кредиттары, етештерелгән продукцияның тәүге партияларын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, кластер проекттарында ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр өсөн страховка иғәнәләренең түбәнәйтелгән ставкаһы. Мәҫәлән, 2024 йылда республика Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса льготалы займдар биреүгә 750 миллион һум федераль аҡса йәлеп итә алған. Бынан тыш, был маҡсатта Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фондынан 143 миллион бүленгән. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың сәнәғәт кластерҙарын үҫтереү буйынса алып барылған эште юғары баһаланы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.