Рәсүл Рәүеф улы Сәфәрғәлиев – “Башҡортостан Республикаһы“ нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы. Киң мәғлүмәт саралары һәм нәшриәт эшмәкәрлеге тармағында өс йыл эшләй. 2024 йылдың 1 декабренә ҡарата Генераль директорҙар рейтингында Рәсүл Сәфәрғәлиев – Башҡортостан буйынса "Киң мәғлүмәт саралары һәм нәшриәт эшмәкәрлеге" тармағында икенсе урында. Был рейтинг Рәсәй етәкселәре өсөн төп профессиональ баҫма – “Генераль директор” журналы тарафынан ойошторола. Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө. Ошо профессиональ байрам уңайынан ведомство етәксеһе менән республика баҫмалары һәм полиграфияһы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. – Хөрмәтле Рәсүл Рәүеф улы, бөгөнгө ғәҙәти булмаған интервью өсөн һорауҙар матбуғат баҫмалары өлкәһендәге коллегалар менән әңгәмәләрҙән тупланды. Беренсе һәм иң борсоған һорау – тираж. Әлеге ваҡытта был өлкә нисек йәшәй һәм алда беҙҙе нимә көтә? – Бөтә Рәсәйҙә баҫма киң мәғлүмәт саралары тиражының йылына уртаса 10 процентҡа кәмеү тенденцияһы күҙәтелә (был Роспечать, РФ Һанлы үҫеш министрлығы докладтарында ла сағылыш таба). AdIndex аналитика агентлығы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре матбуғат индустрияһы баҙарында оҙаҡ дауам иткән трансформация процестарын күрһәтә. 2023-2024 йылдарҙа матбуғат ҡайтанан тергеҙелеү билдәләрен күрһәтмәгән берҙән-бер медиа булды. 2024 йылда Рәсәйҙә матбуғат баҙарында тираждар кәмеүен дауам итте (-10-15 процент). Әгәр һуңғы дүрт йылда “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң гәзит һәм журналдарына яҙылыу тиражы динамикаһын сағыштырһаҡ, уларҙың йыл һайын түбәнәйеүе күренә: 2021-2022 йылдарҙа – 6,8 процентҡа (15,9 мең дана); 2022-2023 йылдарҙа – 1, 7 процентҡа (3,5 мең дана); 2023-2024 йылдарҙа 4,4 процентҡа (9,4 мең дана). Әммә тираждарҙың төшөү проценты Рәсәй буйынса дөйөм күрһәткестән түбәнерәк. Әлбиттә, тираждарҙы бер кимәлдә һаҡлау өсөн төрлө саралар күрәбеҙ. Мәҫәлән, яҙылыу кампанияһын үҫтереү өсөн мөмкин булған ҙур акциялар үткәрелә һәм яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Ҡайһы бер редакциялар үҙ уҡыусылары өсөн бер тонна асфальт йәки бер үгеҙ уйната. Контент сифаты юғалмаһын өсөн журналистар даими рәүештә уҡытыла, ҡайһы бер йоғонтоло саралар күрелә. Әлеге ваҡытта матбуғат баҫмалары ҡатмарлы ваҡыт кисерһә лә, уларҙың киләсәге бар, тип иҫәпләйем. – Рейтингка ярашлы, һеҙ етәкселек иткән дәүләт унитар предприятиеһы киң мәғлүмәт саралары һәм нәшриәт эшмәкәрлеге баҙарында лайыҡлы позиция биләй. Предприятиеның табышын булдырыуҙа етештереү һөҙөмтәлелегенең күрһәткестәре һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларының роле ниндәй? – Предприятиеның табышын булдырыуҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларының роле бик мөһим. Килемдәр структураһында ул дәүләт субсидияһынан һуң икенсе урында тора. Бында төрлө ысулдар менән гәзит һәм журналдарҙың ҡағыҙ версияларын һатыуҙы ла (яҙылыу, берәмләп һатыу), шулай уҡ “принт”та реклама урынлаштырыуҙы ла индерергә кәрәк. Бөгөн, электрон ресурстарға ҡарағанда, тап ҡағыҙ версия килем килтерә. Быны Рәсәйҙең алдынғы нәшриәт йорттары ла билдәләй. Мәҫәлән, Ваҡытлы матбуғат нәшриәтселәре гильдияһының Баҫма индустрияһы предприятиелары союзы президенты һәм “ИМ Медиа” нәшриәт йортоноң генераль директоры Алексей Иванов билдәләүенсә, нәшриәтселәрҙең килем структураһының 57,5 процентын “принт”тан килгән килем – тираждарҙы һатыу һәм уларҙағы реклама тәшкил итеүен күрһәтә. Был матбуғаттың ҡағыҙ версияларының роле ҙур булыуын иҫбатлай. Ғәмәлдә предприятие хәҙерге ысынбарлыҡта уларһыҙ йәшәй алмаҫ ине. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы баҫмалары дөйөм һанлы аудитория буйынса төбәк лидерҙары булып тора: айына 2,5 миллион кеше сайттарға инә һәм “Бәйләнештә” төркөмдәрендә 3,2 миллион яҙылыусыбыҙ бар. Был – бик ҙур һандар. – Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев матбуғатты беренсе кәрәк-яраҡ тауар тип таныу тураһында һөйләй. Рәсәй Журналистар союзы секретары Владимир Касютин тиҫтәләрсә йыл инде матбуғатты ерләүҙәре, әммә уның һаман тере булыуын билдәләй. Ошо хаҡта нимә әйтә алаһығыҙ? Быйыл филиалдар – урындағы мәғлүмәт үҙәктәре дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан ниндәй аныҡ ярҙамға иҫәп тота ала? – Владимир Соловьевтың да, Владимир Касютиндың да фекерҙәре менән тулыһынса килешәм. Мин үҙем дә ваҡытлы матбуғат баҫмаларының тиҙҙән “үләсәге” тураһында күп тапҡыр ишеттем. Тик, мәҫәлән, 2024 йылда Нәшриәт йортоноң уртаса айлыҡ гәзит һәм журнал тиражы 207 мең дана тәшкил итте. Бер гәзитте бер ғаилә уҡый тип иҫәпләһәк тә, беҙ миллионға яҡын аудиторияны ҡағыҙ версия менән генә тәьмин итәбеҙ. Бынан тыш, һанлы майҙансыҡтар ҙа бар. Эйе, тираждар кәмей, әммә матбуғаттың үлеме тураһында һөйләргә иртәрәк һәм кәрәкмәй ҙә. Филиалдарға даими рәүештә ярҙам күрһәтелә: финанслау саралары күрелә, төрлө программалар, ҡорамалдар, компьютер техникаһы һатып алына, уҡытыу үткәрелә һәм башҡалар. Үҙебеҙ ҙә һәр ваҡыт коллегаларыбыҙ менән бәйләнеш тотабыҙ. Киләсәктә лә шулай буласаҡ. – Партнерығыҙ – ”Рәсәй почтаһы” менән мөнәсәбәттәрегеҙ ниндәй? Ваҡытлы баҫмаларҙың ҡиммәтләнеүе тираждарҙың тулыһынса кәмеүенә килтерә. Ошо хәлдең сиге күренәме? – Башҡортостан Республикаһының дәүләт баҫма киң мәғлүмәт сараларын таратыуҙа ”Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте төп роль уйнай. Почтаның проблемалар кисереүе бер кемгә лә сер түгел. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда 60-тан ашыу бүлексә ябылды. Кадрҙар менән дә ҡатмарлы хәл, сөнки кешеләр почтальон булып эшкә бармай. Һөҙөмтәлә хатта ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа ла матбуғатҡа яҙылыу ойошторолмай. Әлбиттә, был беҙҙең гәзит һәм журналдарҙың тираждарына йоғонто яһай. Гәзит-журналдар таратыуҙы альтернатив ысулдар менән тормошҡа ашырырға тырышыуҙар бар, әммә әлегә был ҡиммәт тә, һөҙөмтәһеҙ ҙә. Бында системалы ҡараш кәрәк. Нисек кенә булмаһын, күпселек ауылдарҙа почтальондар бар, почта элемтәһе бүлексәләре эшләй. – Күп кенә киң мәғлүмәт саралары етәкселәрен кадрҙар мәсьәләһе борсой. Иң яҡшы журналистар һәм мөхәррирҙәр уңайлыраҡ шарттар эҙләй, дөрөҫөрәге, эштән китте. Уларҙы матбуғат хеҙмәттәрендәге һәм электрон киң мәғлүмәт сараларындағы (ТВ, мәғлүмәт агентлыҡтары) юғары эш хаҡы ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн һәр редакцияла вакантлы урындар бар. Ошо йүнәлештә дәүләт унитар предприятиеһының артабанғы күҙаллауҙары һәм эшмәкәрлеге ниндәй? – Кадрҙарҙың етешмәүе – бөтә Рәсәй матбуғаты өсөн киҫкен проблема, ул бигерәк тә муниципаль кимәлдә тойола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге шарттарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы беҙ теләгәнсә үк юғары түгел. Әммә республика етәкселеге ярҙамында һуңғы бер нисә йылда беҙ хеҙмәт хаҡын индексациялай алдыҡ, шуға күрә хәл ныҡ аяныслы түгел, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ беҙ аҡса эшләүҙең төрлө ысулдарын табырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, әгәр теге йәки был редакция бүтән тиң редакциялар араһында һанлы мөхиттә лидер булһа, ул ҙур гонорар ала. Был аҡсаны ул хеҙмәткәрҙәргә түләүгә тотонорға хоҡуҡлы. Кадрҙарға килгәндә, уларҙы тырышып эҙләргә, хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайтанан уҡытырға тура килә, сөнки яҙыусы журналистар һаны кәмей бара. Бигерәк тә юғары уҡыу йорттарын тамамлағандар гәзит һәм журнал редакцияларында эшләү теләге менән янмай. Нисек кенә булмаһын, уларҙы төрлө ысул менән ылыҡтырырға тырышабыҙ. – Редактор кәнәфийен үҙ ваҡытында “электр ултырғысы” тип йөрөттөләр. Бөгөн йөкләмә өс тапҡырға артты, сөнки улар гәзит сығарыуҙы ғына түгел, ә уны онлайн тәртибендә, социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыу, проекттарҙа ҡатнашыу эшен дә башҡара. Уңышлы эшләгән хеҙмәттәштәрегеҙ һәм уларҙың эш тәжрибәһе тураһында һөйләһәгеҙ ине. – Беҙҙә мөхәррирҙәр бик көслө һәм талантлы, тип иҫәпләйем. Уларҙың йөкләмәһе ҙур, әммә бөгөнгө заман ошоно талап итә. Хәҙер бер йүнәлештә артта ҡалһаң, киң мәғлүмәт саралары ғәмәлдә юҡҡа сығасаҡ. Мин аудиторияны ла, мәғлүмәтте таратыу юлдарын да, әлбиттә, контент сифатын да һәм башҡаларҙы ла күҙ уңында тотам. Бер кемде лә айырып ҡарарға кәрәкмәй, тип уйлайым. Был матбуғаттың тиражынан һәм һанлы мөхиттә яҙылыусылар һанынан күренә. – Матбуғат йорто киң мәғлүмәт саралары өсөн үҙәк һәм төп урын булып тора. Беҙ уны яратабыҙ, бында күптәребеҙ, ысынлап та, хеҙмәттә ҡайнап йәшәй. Матбуғат йортонда яҡын арала буласаҡ үҙгәрештәр һәм полиграфия базаһы тураһында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле. – Бөгөн Матбуғат йортон капиталь ремонтлауға проект-смета документтары әҙерләнә. Ремонт тормошҡа ашырылыр, ул яҡын арала башланыр, тип ышанам. Әммә, үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙ, әлеге ваҡытта илебеҙ ауыр осор кисерә, шуға күрә көтәбеҙ... Хәҙерге заманда полиграфия базаһын ҡулайлаштырыу зарур. – Ниһайәт, беҙҙең 10-сы ҡат тураһында. Журналистарҙың тарихи съездары үткән, ҡасандыр журналистар билдәле кешеләр менән осрашҡан һәм сәхнәнән республиканың беренсе шәхестәре, халыҡ шағирҙары, артистар сығыш яһаған билдәле тамаша залы хәҙер юҡ. Бер генә әйбер, моғайын, йыуаныс булып торалыр: бында хәҙер маскировка селтәрҙәре етештереү цехы урынлашҡан. Унда бөтә редакциялар ҙа тиерлек йәлеп ителгән. – Реалист булайыҡ. Мин хеҙмәткәрҙәребеҙҙең алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүе менән бик ғорурланам. Беҙҙә шулай уҡ даими рәүештә МХО һыҙатына барыу ҙа тормошҡа ашырыла: гуманитар йөк, шул иҫәптән маскировка селтәрҙәре оҙатыла; журналистар геройҙарыбыҙ тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалар алып ҡайта һәм башҡалар. – Рәсүл Рәүеф улы, 2025 йылда матбуғат баҫмаларындағы коллегаларыбыҙға ҡарата ниндәй теләктәрегеҙ бар? – Коллегаларыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көс, ижади уңыштар теләйем. Яратҡан матбуғатыбыҙҙы бергәләп һаҡлап ҡаласаҡбыҙ һәм киләсәктә үҫешәсәкбеҙ! Мәүлиҙә ЯҠУПОВА, БР Журналистар союзының яуаплы секретары, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы.