Өфөлә ағас йорттоң 5 кв.м майҙанында сыҡҡан утты янғын һүндереүселәр тиҙ арала баҫыуға өлгәшкән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбан бар - 64 йәшлек ир һәләк булған. “Беҙ был адрес буйынса йыш килдек. Ирҙең өйөндә буржуйка тора, ә торбаһы тәҙрәнән сыға һәм ныҡ төтәй ине. Өйҙә ҡый-һай күп – был янғын хәүефлелеге тыуҙыра”, - ти ҡотҡарыусылар. Алдан фаразлау буйынса, ут төтөн торбаһын дөрөҫ урынлаштырмауҙан сыҡҡан. Әле ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүсеһе һәм тикшереү-оператив төркөм эшләй. Тағы бер хәүефле хәл Ҡалтасы районының Краснохолм ауылында теркәлгән. Унда күрше ир янғындан ике баланы ҡотҡара. Кис бер ҡатын урамдан үтеп барғанда балаларҙың ярҙам һорап ҡысҡырышҡанын ишетә һәм күп фатирлы йорттоң подъезына йүгереп инеп, күршеләренә әйтә. Ир балта алып шунда уҡ ярҙамға ташлана. Төтөн сыҡҡан фатирҙың ишеген ҡайырып ингәндә, унда 3 һәм 9 йәшлек балалар була. 9 йәшлек малай электр сәйнүген электр плитәһендә ҡайнатырға ҡуя. Һөҙөмтәлә, пластик тиҙ генә иреп, янып китә