Өфө янында йәшәгән Марс Абдуллин Сочи ҡалаһында бер ай эшләй, әммә хеҙмәт хаҡын түләмәйҙәр. Ике аҙнаға яҡын Краснодарға тиклем йәйәү килә. Ә унда юл буйлап атлаған ирҙе урындағы бер кеше күреп ҡалып, ярҙам тәҡдим итә. Яҡындағы магазинға алып барып, уға юлға ризыҡ һатып ала, ҡәһүә эсереп йылындыра. Артабан яғыулыҡ заправкалау станцияһына алып барып ҡалдырып, алыҫ юлға йөрөгән яҡташтарын йәки башҡа юлдаштар эҙләргә тәҡдим итә. Шунан инде видео төшөрөп, унда Марстың телефон һәм банк картаһы номерҙарын яҙа, изге кешеләрҙән аҡса күсереүҙе үтенә. Алданған ирҙең ағаһы ярҙам итеүҙән баш тарта. Уны ултыртып алған ир башҡаса ярҙам итә алмауына ғәфү үтенә, хәлемдән килһә, самолетҡа ғына билет һатып алып оҙатыр инем, ти. Ә Марсҡа иңенә төшкән был һынау тураһында уйланырға ҡуша. Әммә Абдуллин был яҡшылыҡҡа ла бик рәхмәтле. Һуңынан билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ өйөнә имен-аман ҡайтып еткән. Изге кешеләргә рәхмәт! Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/wall-150019100_999408