Найти в Дзене

Сәләмәтлегеңде нығыт та аҡсаһын ал!

Алдағы йылдарҙағы кеүек, быйыл да фитнес һәм спорт өсөн тотонолған аҡсаға һалым ҡайтармаһын алырға мөмкин. Өҫтәүенә, был сумманы үҙеңә генә түгел, 18 йәшкә тиклемге балаларға ла юлларға була. Шулай итеп, 120 мең һумға тиклемге спорт һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн аҡса тотоп алып ҡалына. Был ҡайтарманың максималь суммаһы 15,6 мең һум тәшкил итә. Граждандарҙың фитнес-клубтарға һатып алған абонемент йәки башҡа спорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәре хаҡының 13 процентын кире үҙенә юллау мөмкинлеге бар, тик быға рәсми эш хаҡы алғандар ғына дәғүә итә. Ошо өҫтөнлөккә эйә булырға теләгәндәр легаль клубтарға бара һәм мотлаҡ килешеү төҙөй. Һөҙөмтәлә йүнселдәр ҙә клиенттарҙы юғалтмау өсөн спорт эшҡыуарлығын теркәргә һәм алынған килем өсөн һалым түләргә тырыша. Был Рәсәйҙә һәм республикала спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Һалым ҡайтармаһы Спорт министрлығының махсус исемлегенә индерелгән спорт клубтарындағы дәрестәр өсөн генә бирелә. Ошо ведомство исемлегендә булған клубҡа абонемент һатып алғанһығыҙ икән, тимәк, һеҙгә һалым ҡайтармаһы тейеш. Һалым ташламаһын ике ысул менән кире ҡайтарырға мөмкин. Беренсеһе: nalog.ru сайтындағы шәхси кабинетта “Ҡайтарма алырға” тигән бүлектә ғариза һәм клуб менән төҙөлгән килешеү сканын беркетеп, ҡайтарманы тулыһынса алырға була. Был ысул буйынса түләүҙәр 2023 йылдан башлана. Икенсе ысул: һалым ҡайтармаһын эш биреүсе аша ла юлларға мөмкин. Бының өсөн nalog.ru сайтында ҡайтарма алыуға хоҡуғыңды раҫлау тураһында ғариза бирергә кәрәк. 30 көн эсендә һалым инспекцияһы һеҙҙең эш биреүсегә ошо хаҡта хәбәр итә. Социаль льготаға документтарҙы өс йыл эсендә тапшырырға кәрәк. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.